Сит планета кешеләренең баш һөйәктәре тороп ҡалғанмы? 04.03.2016

Һорау тотош интернет киңлектәрен ялмап алды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Арҡайым ҡаласығынан алыҫ түгел ерҙә археологик ҡаҙыныу эштәрендә табылған баш һөйәктәре Өфөгә килтерелде. Уны өйрәнеүҙе антрополог Алексей Нечвалод үҙ өҫтөнә алды.

Әйткәндәй, баш һөйәктәрен Өфөгә килтереү «Арҡайым» ҡурсаулығы музейы хеҙмәткәрҙәренә ҙур бәләгә әйләнә. Башҡортостанға юл тотҡанда улар етди юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә. Быны улар мистикаға бәйләй. Ғалимдар табылған баш һөйәктәрен беҙҙең эраның 2-3-сө быуаттарында йәшәгән Сармат ҡәбиләһе ҡатын-ҡыҙы тип билдәләне. Тик баш һөйәгенең икенсе формала булыуы күптәрҙә төрлө фекерҙәр уятты. Сит ил планетаһы кешеһеме, ҡанбаба, йә убырлы ҡарсыҡмы? Был хаҡта тулыраҡ шәмбе «Аҙна яңылыҡтары» сығарылышында танышырға мөмкин.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика