Сит ил паспортын хәҙер эш урынында ғына ултырып алырға мөмкин

Сит ил паспортын хәҙер эш урынында ғына ултырып  алырға мөмкин 20.01.2016

Федераль миграция хеҙмәтенең сит ил паспорттарын биреү бүлеге яңы уңайлыҡтар тәҡдим итә. Хеҙмәткәрҙәр коллектив ғариза буйынса мөрәжәғәт иткән учреждениеларға  барып документтар тултыра ала. Бының өсөн улар яңы ҡорамалдар файҙалана.

Ҡасандыр фантастика кеүек тойолған биометрик паспорттар менән хәҙер бер кемде лә аптыратырлыҡ түгел. Кеше тураһында тулы мәғлүмәт туплаған микрочиплы документты  ябай паспортҡа ҡарағанда күберәк алалар. Ул ғына ла түгел, күп кенә сит илдәр тап биометрик документты ғына ҡабул итә. Ун йылға иҫәпләнгән заманса  паспорттар күпкә хәүефһеҙерәк һәм уңайлы ла. Уның күсермәһен дә эшләп булмай, ә хужаһы документты бармағының эҙҙәре аша ғына билдәләй ала.
Миграция хеҙмәте хәҙер бындай паспорттарҙы хужаһына алып барып тигәндәй бирә. Яңы йылдан башлап улар коллектив ғаризалар ҡабул итә. Бер сумаҙанға тултырылған махсус ҡорамалдар ярҙамында урындарға йөрөп  биометрик мәғлүмәттәр туплай ала. Паспорттарҙың иҫке төрө лә, яңыһы ла бер айға тиклем ваҡыт эсендә әҙер була.
Икенсе сит ил паспорты алыу процедураһы ла күпкә еңеләйҙе. Былтыр декабргә тиклем ике паспорт йөрөтөргә сит илдә эшләп сик буйын йыш үтеүсе граждандар ғына хоҡуҡлы ине. Хәҙер был уңайлыҡтар менән теләгән һәр кем файҙалана ала.
Документ алыу процедураларының ябайлаштырылыуы райондарҙа сит ил паспорттары биреү бүлексәләренең барлыҡҡа килеүе федераль миграция хеҙмәтенең эшен дә күпкә еңелләштергән. Күп функциялы үҙәктәр ҙә быға үҙ өлөшөн индерә.  Элек паспорт алыу ҙур ыҙалыҡ менән башҡарылһа, хәҙер бер ни ҙә тормай. Хатта, өйҙә генә ултырып интернет аша ла заказ бирергә мөмкин.
Һөҙөмтә күҙ алдында. Паспорт биреү бүлектәре ярым буш тора. Был инде Рәсәй халҡы күпләп йөрөгән Мысыр һәм Төркиә илдәренең сиктәре ябылыуға ла бәйле. Халыҡтың диңгеҙ буйына йөрөү мөмкинлектәре лә кәмене. Ләкин көрсөк ғүмерлек түгел. Сит ил паспортын көсөргәнешлек булмаған осорҙа алып ҡалыу ҡулайыраҡ, ти миграция хеҙмәткәрҙәре.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика