Синоптиктар был аҙнала тотороҡһоҙ һауа торошо вәғәҙә итә

Синоптиктар был аҙнала тотороҡһоҙ һауа торошо вәғәҙә итә 14.03.2016

Иртәгә республикала һепертмә буран сығыуы, елдең тиҙлеге секундына 17-22 метрға етеүе көтөлә. Айырым райондарҙа  юлдарға ҡар һалыуы, күреү мөмкинлегенең 500 метрҙан кәмеүе ихтимал. Шаршамбыла  көндөң болотло булыуы, көньяҡта көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы, елдең тиҙлеге 15-20 метрға тиклем көсәйеүе күҙаллана.  

Ҡатмарлы һауа шарттарында граждандар һәм йәшәйеш хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы ойошмалар водителдәрҙе юлда һаҡ булырға, тиҙлек режимын арттырмаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләргә ҡороған ағастарҙан, тимер ҡоролмаларҙан алыҫыраҡ йөрөргә  кәңәш итә.      

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика