Штрафыңды түлә лә тыныс йоҡла 02.03.2015

Кире осраҡтары суд приставтары дәүләткә бирәсәкте банк иҫәбенән һинең рөхсәтеңде һорап тормайынса ла аласаҡ. Һуңғы арала Рәсәйҙә бурыстарҙы ҡаплатыуҙың яңы алып барлыҡҡа килде.  

Штраф түләмәүселәр бер нисә төргә бүленә. Берәүҙәр  онота, икенселәрҙең  уға ваҡыты етмәй, өсөнсөләр махсус рәүештә түләүҙән ҡаса. Азамат ваҡыты самалылар категорияһына ҡарай. Эшем тығыҙ булғанлыҡтан шәхси йомоштарымды йомошларға  ваҡыт та ҡалмай, шул арҡала штрафтар ҙа артып китә, ти ул. Күптән түгел генә ул сәйер хәлгә тап булған.  Эш хаҡы алған көндө банк картаһынан өс мең һум аҡсаһы юғалғанын һиҙеп ҡала.  Аптырап ул банкка мөрәжәғәт итә.  
Бынан  ары штрафтарҙан ҡасып ҡотолоп булмаясаҡ. Суд приставтары элек юлда тәртип боҙоусыларҙың йыйылған бурысы урынына  мөлкәтен  тартып алһа, өс мең һумдан артмаған сумма өсөн  улар хәҙер  кешене эҙләп йөрөмәй. Приставтарға мәғлүмәт килгәндән һуң бурыслының банк иҫәбендә аҡсаһы булыу-булмауы асыҡлана. Әгәр ундағы  сумма штрафты ҡаплауға етмәй икән, картаға арест һалына.
Бағаналарға беркетелгән  күҙәтеү  камералары  юл хәрәкәтен  теркәп бара. Ә ҡағиҙә боҙоу-боҙмауы хаҡында уйлап та бирмәгәндәрҙең бурысы йыйылып китә. Ундайҙар бик күп, ти приставтар. Яңы технологияларһыҙ булмай.  Шуға был эштә электрон система ҡулланыла.
Әле республикала  Рәсәй һаҡлыҡ банкы менән эш алып барыла, киләсәктә башҡа финанс учреждениеларын да  йәлеп итеү күҙаллана.  Тәртип һағында тороусылар ошо рәүешле дәүләт ҡаҙнаһын миллиондар менән тулыландырырға иҫәп тота. Ә картаһындағы иҫәп штрафты ҡапларға етмәгән водителдәргә банк, суд приставы юлын тапарға тура килә. Штрафтар булһа ваҡытында түләп барыу, ә иң яҡшыһы- юл ҡағиҙәһен боҙмай йөрөү хәйерле.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика