ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашасаҡ ирекмәндәр һуңғы инструктаж үтте

ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашасаҡ ирекмәндәр һуңғы инструктаж үтте 29.06.2015

Улар сит ил ҡунаҡтарын ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Волонтерҙарға сит ил вәкилдәрен ҡаршылау, ойоштороу эштәрендә ярҙам итеү, оҙатып йөрөү күек бурыстар йөкмәтелә.

Саммиттарҙа ҡатнашырға республиканан ун меңгә яҡын кеше ғариза биргән. Уларҙың 3 мең ярымы махсус әҙерлек үтеп, биш йөҙҙән ашыуы күләмле форумдарҙа ҡанашыу хоҡуғы алған. Ирекмәндәргә ойоштороусылар  етди талаптар ҡуя. Улар, сит телдәрҙән тыш, Өфө һәм ундағы махсус хеҙмәттәр хаҡында мәғлүмәтле булырға, саммиттар программаһын да яҡшы белергә тейеш. Күп кенә ирекмәндәр быға тиклем дә төрлө сараларҙа ҡатнашҡан. Шулай ҙа Шос һәм БРИКС ойошмалары йыйынын  айырыуса  тулҡынланыу менән көтә. Студенттарға  был саралар үҙләштергән сит ил телдәрен ғәмәлдә һынап ҡарау мөмкинлеге лә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку