Шишмә ҡасабаһының «Көнбайыш» микрорайонында күп фатирлы йорт сафҡа инде 13.07.2015

Бөгөн бәхетле ғаиләләргә яңы фатир асҡыстары тапшырыу тантанаһы үтте.

Дүрт ҡатлы йортта бер, ике һәм өс бүлмәле 48 фатир урынлашҡан. Уларҙың барыһында ла ремонт эштәре башҡарылған.  Был шатлыҡты күҙ йәштәре менән ҡаршы алдым, ти 94 йәшлек Сәғиҙә Әмирханова. Әлегә тиклем уға Сәлих ауылында урынлашҡан иҫке генә өйҙә көн күрергә тура килгән. Шулай ҙа, закон буйынса,  Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының тол ҡалған ҡатыны  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн  дәүләттән аҡсалата сертификат алыуға дәғүә итә.  Яҡын арала Сәғиҙә Сәйфелғәлим ҡыҙы бар уңайлыҡтары булған  иркен һәм яҡты фатирға күсергә ниәтләй. Бынан тыш,  сафҡа ингән  йорттың эргә-тирәһе лә матур итеп төҙөкләндерелгән. Йәш ғаиләләрҙең күп булыуын иҫәпкә алып йорт алдында балалар майҙансығы ла барлыҡҡа килгән.  
Сәғиҙә Әмирханова, фатир алыусы «Яңы өй тураһында ғүмерем буйына хыялландым. Аллаға шөкөр, минең теләгем ҡабул булды. Миңә ярҙам итеүселәрҙең барыһына ла оло рәхмәтемде еткерәм».  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика