Шаран районының Ерекле мәктәбендә белем усағының тәүге сығарылыш уҡыусыһы, Бөйөк Ватан һуғышы геройы Шәрифйән Шакировҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды

Шаран районының Ерекле мәктәбендә белем усағының тәүге сығарылыш уҡыусыһы,  Бөйөк Ватан һуғышы геройы Шәрифйән Шакировҡа иҫтәлекле таҡтаташ асылды 12.05.2015

Һуғышҡа Шәрифйән Шакиров 18 йәшендә алына. Ҡыйыу һалдат тәүҙә гвардия катюшалары  командиры булып хеҙмәт итә, һуғышты батарея командиры сифатында тамамлай. Днепр йылғаһын кискәндә күрһәткән батырлығы өсөн яҡташыбыҙ ике тапҡыр «Хәрби Ҡыҙыл байраҡ» ордены менән бүләкләнә

Зиннәт Хәйруллин, Шәрифйән Шакировтың туғаны: «Беҙ яҡын аралашып йәшәйбеҙ. Ул ябай тормошта ла бик боевой итәғәтле кеше ине». Шәрифйән Харис улы һуғыштан һуң әүҙем йәмәғәт тормошо алып бара, балалар үҫтерә, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә үҙ өлөшөн индерә. Ҡаһарман яугир әле лә яҡташтары өсөн өлгө булып тора. Шарандар уның Мәскәүҙә тәүге еңеү парадында ҡатнашыуын да ғорурланып телгә ала.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика