Шаран районында өсөнсө быуын халыҡ университеты яңы уҡыу йылын башланы 04.11.2014

2010 йылдан алып райондың халыҡ университетында  пенсия йәшендәге 100-ҙән ашыу кеше шөғөлләнә. Хаҡлы ялдағылар быйыл да һабаҡташтары менән осрашыуҙы  көтөп алды. Уҡыу йылы асылыу уңайынан райондың Йәштәр үҙәге бинаһында өлкән йәштәгеләрҙе табиптар ҡабул итте, улар өсөн дарыухана, ҡул эштәре күргәҙмәһе һәм йәрминкә ойошторолдо.

Программаға ярашлы, йыл дауамында  халыҡ  университеты тыңлаусылары һауыҡтырыу гимнастикаһы, бәйләү, халыҡ медицинаһы, компьютер графикаһы буйынса белемдәрен камиллаштыра ала. Улар шулай уҡ ветерандар хорында шөғөлләнә һәм райондың хозур мөйөштәренә  сәйәхәт ҡыла. Ветерандарҙың маҡсаты - тормоштан артта  ҡалмау.      
Быйылдан өсөнсө быуын вәкилдәре өсөн банк карталары менән эшләргә өйрәнеү, оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар һаулығы буйынса  курстар һәм фекерҙәштәр клубы ла ойошторола. Иң мөһиме - халыҡ университетында уҡыусыларға ҡытлыҡ юҡ. Район мәҙәниәт йорто, балалар ижады һәм йәштәр үҙәктәре биналарында ойошторолған курстарға пенсионерҙар дуҫ-иштәре, ғаиләре менән йөрөй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика