Шаран ауылында күптән көтөлгән тәүге иман йорто асылды 22.09.2014

Уны күтәреүҙә район халҡы, эшҡыуарҙар, предприятиелар ҡатнашҡан. Бер ҡатлы бинаға ике манара күтәрелгән, уларҙың бейеклеге 17 метрға етә. Мәсеттә шулай уҡ мәҙрәсә лә эшләйәсәк.  Ауыл халҡының шатлығын  Рәсәй мосолмандары диниә назараты рәйесе менән Бөтә Донъяға билдәле  Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мәхмәт уртаҡлашты.

Шаран ауылының «Ихсан» мәсетендә тәүге тапҡыр аҙан тауышы яңғырай. Иҫтәлекле ваҡиғанан ситтә ҡалырға теләмәгәндәр иман йортонда доға ҡылды. Мәсет асылыу айҡанлы Шаранға тотош район халҡы йыйылды, бинаға һыймағандар тышта намаҙ ҡылды. Иман йорто күмәк көс менән күтәрелгән, шуға күрә урындағы халыҡ өсөн ул айырыуса ҡәҙерле.

Һуңғы йылдарҙа рухи аҙыҡҡа һыуһаған халыҡ дингә тартыла. Шуға ла төбәктәрҙә иман йорттарына ихтыяж артты. Шаран районы үҙәгендә изге йортҡа 2009 йылда халыҡ башланғысы менән нигеҙ һалынған. Урында йәшәүселәрҙе шатландырып 2012 йылдың изге Рамаҙан айында мәсеттең манараһы күтәрелгән. Әле 17 метрлыҡ манара тирә-йүнгә йәм бөркә.

Урындағы халыҡ әйтеүенсә, яңы мәсет ауылдың иң күркәм урынында төҙөлгән. Дин әһелдәренең изге йорт халыҡҡа иман ҡайтарыуға, дөрөҫ юл һайлауға булышлыҡ итәсәгенә ышанысы ҙур. Сөнки мәсет ишектәре Хоҙайға һыйыныусыларҙың барыһы өсөн дә асыҡ.

Л.Тунасова


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика