Шағир исемен мәңгеләштереп 24.10.2014

Бөгөн күренекле шағир, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре Риф Тойғонға  68 йәш тулған булыр ине.  Ошо уңайҙан Шишмә районының Түбәнге Хәжәт ауылында  шәхестең ҡәберенә һәйкәл ташы ҡуйылды. Унда Риф Тойғондоң шиғыр юлдары яҙылған, портреты төшөрөлгән. Түбәнге Хәжәт ауылында күренекле яҙыусы өй төҙөп, ял көндәрен шунда уҙғарырға яратҡан.

Һәйкәл ташын асыу тантанаһы доға уҡыуҙан башланды. Риф Тойғондо иҫкә алырға туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре йыйылған. Уларҙың һәр береһе шағир хаҡындағы яҡты иҫтәлектәре менән бүлеште.
Риф Тойғон Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тыуа. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Студент йылдарында "Шоңҡар" ижади түңәрәгендә шөғөлләнә. Бала саҡтан шуҡ, шиғриәткә ғашиҡ булды, тип иҫләй уны һеңлеләре.
Әрме хеҙмәтенән һуң Риф Тойғон үҙенең ижад юлын «Совет Башҡортостаны» гәзитендә башлай. Артабан «Ағиҙел» журналында, Башҡортостан телевидениеһы һәм радиоһында эшләй. 2000-се йылда Төркиәнең Тарсус ҡалаһында «Шиғриәт кистәре» тип аталған, халыҡ-ара шағирҙар фестивалендә ҡатнаша. 2012 йылдан Башҡортостандың яҙыусылар союзы рәйесе булып эшләй. Яуаплы вазифала  ул башҡорт әҙәбиәте өсөн хеҙмәт итеп йәмғиәттә яҙыусылар абруйын күтәреүгә булышлыҡ итә. Республиканың мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашып, күп идеялар һәм пландар менән йәшәне.
Риф Тойғон бик күп пьесалар, повестар һәм шиғырҙар йыйынтығы  авторы. Талантлы шағирҙың күп йыллыҡ хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сергей Чекмарев, Фәтих Кәрим исемендәге премиялар  менән баһаланған. Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзалары киләсәктә авторҙың шиғырҙарынан бер нисә томлыҡ китап нәшер итергә ниәтләй.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика