ШӘЖӘРӘ - САЛ ТАРИХҠА БАҒЫР ТӘҘРӘ

ШӘЖӘРӘ - САЛ ТАРИХҠА БАҒЫР ТӘҘРӘ 14.08.2016

Йыр-моң бөгөн Шәжәрә байрамы айҡанлы яңғырай. Күгәрсен районының Ҡадир, йә иһә халыҡ телендә Ҡалмаҡ тип исемләнгән ауылда Байғусҡаровтар нәҫел тамырҙарын барланы. Туғандар йыйыны ла ябай үтмәне, ә иҫтәлекле ине. Байғусҡаров фамилияһына теүәл 300 йыл тулыуын билдәләне.

.1700 йылдарҙа йәшәгән Илсебикә менән Бирҙеғол Солтанморатовтар улдарына Байғусҡар тип исем ҡуша. Нәҫел тамыры тап унан башлана ла инде. Тарихи мәғлүмәттәрҙән, ата-бабалар һөйләүе буйынса 1774 йылда тыуған Байғусҡар Бирҙеғолов әлеге Күгәрсен районында йәшәгән булған. Төбәктә ул малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Уның кем икәнлеге, нимә менән шөғөлләнгәне билдәле булһа ла, әлегә бар нәҫел тамырҙары билгеһеҙ ҡала. Шәжәрәне өйрәнәһе лә өйрәнәһе әле, ти туғандар. Әлеге быуын ағасын төҙөү өсөн Байғусҡаровтар Башҡортостан һәм Ырымбур архивтарын ентекләп өйрәнгән.
Байғусҡар Бирҙеғоловтың бөгөнгө көнгә тиклемге туғыҙ быуыны барлаған. Ҡорға республика район-ҡалаларынан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә тиҫтәләрсә туғандар йыйылды. Тотош ғаиләләре менән килеүселәр ҙә байтаҡ. Байрам түрендә, әлбиттә, ололар  ине. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынан Мәрйәм Байғусҡарова, ә ир-егеттәрҙән Фәйзулла Байғусҡаров иң оло быуын вәкилдәре булды. Күпте күргән, күпте кисергән кешеләр йәш быуынға өгөт-нәсихәтен еткерҙе, фатихаһын бирҙе. Әйткәндәй, Байғусҡаровтар боронғо башҡорт ырыуҙарының береһе Ҡыпсаҡ ырыуына ҡарай.
Нәҫелдә хәрбиҙәр булғанға, күптәр шул һөнәргә тартыла, күрәһең. Әлеге көндә Байғусҡаровтарҙа ир-егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар араһында ла ғүмерен хәрби хеҙмәттә бағышлағандар бар.
Байғусҡаровтар араһында кеше һаулығы һағында тороусылар ҙа байтаҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы тигән маҡтаулы исем йөрөткән Зөлфиә Байғусҡарова шулар иҫәбенән.
Байғусҡаровтар нәҫел байрамының 300 йыллығын лайыҡлы үткәрҙе тип әйтергә мөмкин. Ололар ғына түгел, балалар ҙа ҡәнәғәт ҡалды был байрамдан. Айыҡ йәшәүҙе пропагандалаған сарала йәнле әңгәмә төрлө халыҡ уйындары менән үрелеп барҙы.
Урында йәшәүсе оло быуын вәкилдәре әйтеүенсә, Байғусҡаровтар нәҫеле тап ошо ерлектә тамыр ала. Элекке Ырымбур губернаһының хәҙерге Күгәрсен районы Ҡадир, Ҡалдар ауылдарында төпләнгән булған улар. Күпме генә ваҡыт үтмәһен, нисәмә быуын алмашынмаһы, әле лә атай йортона тоғролоҡ һаҡлап йәшәүсе Байғусҡаровтар бар был ауылда.
Шуларҙың береһе Гүзәлиә менән Әнүәр Байғусҡаровтар. Алты бала тәрбиәләүсе ғаилә бөгөн байрамдың төп ҡунағы булып торҙо тип әйтһәң дә хис тә хата булмаҫ. Сөнки Байғусҡаровтар нәҫеленең төп дауам итеүсеһе улар булып тора. Гүзәлиә менән Әнүәр Байғусҡаровтар алты малайға әсәй һәм атай.
Борон, башҡорттоң яҙылмаған шундай ҡануны йәшәгән: ирмен тигән ир-егет ата-бабаһының кәмендә ете быуынын, ырыуының шәжәрә ебен, халҡының ҡобайырын, йыр-моңон белергә тейеш булған. «Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел», «Илен белмәгән - игелекһеҙ, халҡын белмәгән - холоҡһоҙ, нәҫелен белмәгән – нәсәпһеҙ», тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика