Санкт-Петербургҡа барған Зәйтүнәләр

Санкт-Петербургҡа барған Зәйтүнәләр 13.11.2014

Баймаҡ ҡалаһынан апалы-һеңлеле  Халиҡовалар социаль туризм программаһы буйынса төньяҡ баш ҡалала булып ҡайтты.  

Йәш саҡтарында балалар, донъя мәшәҡәттәренән бушай алмаған ханымдар үҙ хыялдарын тормошҡа ашырҙы. Социаль юллама һорап   улар махсус программа ғәмәлгә ашырыла башлағас та мөрәжәғәт иткән.  Ниһайәт, аҙаш туғандар Рәсәйҙең мәҙәни баш ҡалаһына  ун көнлөк сәйәхәт ҡылып,  бай тәьҫораттар менән ҡайтты.
Социаль туризм програмаһында ҡатнашырға теләүселәр йылдан-йыл арта. Әлеге мәлдә Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ғына 780 кеше сәйәхәт итергә теләген белдереп ғариза яҙған. Программаға ярашлы,  ял итеүсегә путевка хаҡын ҡаплау өсөн 8 мең һумлыҡ  исемле сертификат тапшырыла. Социаль турҙың йүнәлештәре лә төрлөләнә бара.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика