Салауат районында йәшәүсе Бөйөк Ватан  һуғышы ветераны, отставкалағы полковник Тәүил Шакировҡа 90 йәш тулды 06.04.2016

Ул кавалерия полкы составында  данлы яу юлы үтеп, артабан ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнаған .Ветеран сығышы менән Нәсибаш ауылынан. Һуғыштан һуң Латвияның Рига ҡалаһында төпләнә. Олоғайғас, районға ҡайтып, Малаяҙҙа йәшәй башлай.  

Фотоһүрәт   71 йыл элек, Берлинды алғас  төшөрөлгән.Тәүил Шакиров  17 йәшендә, 1943 йылдың октябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына. 12-се гвардия кавалерия полкы составында 1-се Белоруссия фронтына  һуғышҡа инә. Аттарҙа һыбай хәрәкәт итәләр, дошманға ҡаршы пехота рәүешендә һуғышалар. Кавалерист булараҡ, билдәрендә ҡылыс йөрөтәләр.Тәүил Ниғәмәтйән улына  ҡул пулеметын тоҫҡаусы вазифаһы йөкмәтелә.  Көнбайыш Белоруссияны, Польшаның Варшава ҡалаһын азат итәләр, Германияға барып етеп, Берлинды алалар. Һуғышта төрлө хәлдәр була торғайны, ти ветеран, иң аяныслыһы, иптәштәренең күҙ алдында һәләк булыуы.
Тәүил Ниғәмәтйән улы ябай рядовой һалдат дәрәжәһендә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Шпре йылғаһын кискәндә, дошмандың һөжүменә ҡаршы ҡул пулеметынан ут асып, 15 немец һалдатын, бер ауыр пулеметын, еңел автомобилен юҡ иткән өсөн ошо наградаға лайыҡ була. Тап шул операция һөҙөмтәһендә фашистарҙы сигенергә мәжбүр итеп, баҫып алынған ауылдарҙы ҡотҡаралар. Ветерандың  түшен  тағы   II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, «Хәрби хеҙмәт өсөн»,
«Варшаваны азат иткән өсөн», «Берлинды алған өсөн», «Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өсөн» һәм юбилей миҙалдары биҙәй.
1948 йылда ул Рига ҡалаһындағы авиация училищеһына уҡырға инә. Артабан  һауа армияһы һәм Балтик буйы хәрби округы штабтарында хеҙмәт итә. 1978 йылда полковник званиеһында отставкаға сыға.Артабан граждандар авиацияһында, һуңынан Латвияның Энергетика министрлығында элемтә инженеры булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Быға тиклем Рига ҡалаһында йәшәй. 2008 йылда тыуған районына ҡайта. Малаяҙҙа торлаҡ сертификатына  бирелгән ике бүлмәле фатирҙа  йәшәй. Ҡатыны  Рәйсә Рәүеф ҡыҙы  2006 йылда баҡыйлыҡҡа күскән. Улы Олег - иҡтисадсы, Ригала йәшәй. Ветеран үҙен яңғыҙ итеп тоймай. Стенала иң ҡәҙерле кешеләренең фотоһүрәттәре. Уларға хәйерле иртә һәм  тыныс йоҡо  теләү ғәҙәтенә ингән.
90 йәшлек уҙаман   дәрт һәм  күтәренке  күңел менән ғүмер итә.  Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының бер генә теләге бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика