Саҡмағошта йәшәүсе ике етем бала - Арина менән Гөлнара Хафизоваларҙы торлаҡ шарттарын яҡшырытыу өсөн иҫәпкә ҡуймайҙар

Саҡмағошта йәшәүсе  ике етем бала - Арина менән Гөлнара Хафизоваларҙы  торлаҡ шарттарын яҡшырытыу өсөн иҫәпкә ҡуймайҙар 29.08.2015

Олатаһы менән өләсәһе  уларға  фатир юллап ҡарай, әммә һөҙөмтәһеҙ. Бөтә бәлә шунда -  элек йәшәгән йортта   уларға тәғәйен майҙан бар. Ун йыл  элек ҡот осҡос ваҡиға булған өйҙә  балалар йәшәй алмай, ти уларҙың яҡындары.

Ҡот осҡос фажиғә Гөлзәһирә Әхәт ҡыҙының әле лә күҙ алдында. Бысаҡ менән сәнсеп үлтерелгән ҡыҙының кәүҙәһе, унан һуң үҙенең  ҡан тамырҙарын киҫкән кейәүҙәре,  ҡанға мансылған  йорт.. Ун йыл элек булған ваҡиғанан һуң Ҡотлоевтар бында  килергә тырышып бармай. Йәш ғаиләнең ике балаһын-   Гөлнара менән Аринаны олатай менән өләсәйҙәре опекунға алған. Суд ҡарары менән  йорттоң яртыһы балаларға бүлеп бирелгән.  Документтар буйынса ҡыҙҙар  ошонда йәшәргә тейеш була. Ләкин бында  йылылыҡ та, электр уты ла юҡ. Булһа ла, күңел өшөткөс ерҙә улар тора  алмаҫ ине.  
Ҡасандыр бында тормош гөрләп торған, йортто ла бер йыл эсендә төҙөп ингәндәр. Ошо хәлдән һуң уның балаларға тейешле өлөшөн Ҡотлоевтар һатыуға ла сығарып ҡарай, әммә уны алырға теләүсе табылмай.
Әгәр йортто һатһалар, балаларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға иҫәпкә ҡуйырға  мөмкин булыр ине.  
Ҡатынының ғүмерен ҡыйған  кейәүҙәре төрмәнән сыҡҡан.  Ғаилә альбомындағы фотоларҙан уның һүрәтен  ҡырҡып ташлағандар. Ул элек себерҙә эшләп йөрөгән.  Әсәләренең үлеме хаҡында ҡыҙҙар белмәй үҫә. Саҡмағошта йәшәүселәр ҙә шаҡ ҡатырғыс ваҡиға тураһында  кескәйҙәргә ауыҙ асып әйтмәй.  Өлкәндәр уларҙың «әсәһе  алыҫта  ауыр сирҙән дауаланмауы» тураһында йыл ярым элек кенә әйтә.  
Ҡотолоевтар яҙмыш һынауына дусар ике ейәнсәренең киләсәге өсөн борсола. Әсәләре үлтерелгән йортта балаларҙың   йәшәүен күҙ алдына килтереп булмай , ти улар.  Уларға был  өйҙән  баш тартырға ла  кәңәш итәләр. Закон буйынса етем ҡыҙҙарҙы  торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса  иҫәпкә ҡуйыу ҙа мөмкин түгел.  Ҡанундарҙа ҡот осҡос хәл булған  торлаҡ балаларҙың исеменә күсерелергә тейеш түгел тигән осраҡ ҡаралмай шул.    
Етемдәргә тейешле торлаҡты  ремонтлау өсөн  дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә ғариза бирелгән. Программа буйынса был маҡсатта  илле мең һум аҡса бүленәсәк. Әммә Ҡотлоевтар  бер кемгә лә кәрәкмәгән йортто төҙөкләндереп унда ейәнсәрҙәрен йәшәтергә йыйынмай.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку