Сүплектең урыны башҡа

Сүплектең урыны башҡа 29.05.2017

Ауырғазы районының Терәпә ауылы халҡы район хакимиәтенән сүп-сар өйөмөн күсереүҙе һорай. Урында йәшәүселәр өсөн генә түгел, тәбиғәткә лә зыяны ҙур булыуын билдәләй ауылдаштар.

Ошо ерҙә тыуып үҫкән Татьяна Антонова ауыл ситендәге сүп өйөмөнә  тыныс ҡына ҡарай алмай. Бынан бер нисә йыл элек ферма урынында барлыҡҡа килгән сүплек тотошлай ауыл халҡына тынғы бирмәй. Янғын сыға ҡалһа, ауыл ҡара төтөнгә, насар еҫкә тула. сүплек урыны әле лә  боҫҡоп ята.
Татьяна Антонова, Терәпә ауылында йәшәүсе: «Тыуған ауылымдан китергә йыйынмайым. Ғәҙеллек өсөн көсөм еткәнсе көрәшәсәкмен. Ниндәйҙер сара күреү кәрәк бит?! Махсус машина ебәрепме, йә кәртәләп алыпмы - берәй әмәлен табып булалыр ул. Көнкүреш ҡалдыҡтары химикаттарының йылғаға ағып төшөүе бигерәк тә хәүефләндерә».
Әлбиттә, сүп-сар өйөмөн ауылдаштар үҙҙәре булдырған. Терәпә халҡынан тыш, күрше ике ауылда йәшәүселәр ҙә, башҡа урын булмағас, ҡыйҙарын ошо урынға алып килеп ташлай. Ауыл халҡы  был күренешкә нисек кенә ризаһыҙлыҡ белдермәһен, беҙҙең ижади төркөм менән осрашыуға дүрт-биш кеше генә сыҡты. Ҡалғандары шымып ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Елена Дунюшкина, Яңы Гуровка ауылында йәшәүсе: «Ауыл халҡы үҙҙәре сүп-сар өйөмөн алып ташлауҙы талап итә. Ә дөйөм йыйылышҡа  килергә ҡурҡалар. Беҙ район хакимиәтенән сүплек урынын  күсереүҙе, йә кәртәләп алыуҙарын һорайбыҙ».
Ауыл халҡы әйтеүенсә, башлыса көнкүреш ҡалдыҡтарынан торған сүп-сар өйөмө урындағы ауыл хакимиәте рөхсәтендә ҡалҡып сыға. Сөнки бығаса махсус билдәләнгән урын табылмаған. Быға ла инде рөхсәт бирелгән хәлдә ниндәйҙер хәүефһеҙлек саралары ҡаралмаған. Кем нимә теләй, шуны алып килеп ташлай.
Күптәр бында йорт хайуандары үләкһәһен ташлауҙан да тартынмай. Целлофан көплөккә һалынған  батареялар ҙатирә-яҡҡа күп зыян килтерә. Урындағы ауыл хакимиәте  был проблема хаҡында хәбәрҙар булһа ла, мәсьәләне хәл итеүгә финанс ҡыйынлыҡтары ҡамасаулауға һылтана.  
Аңлауыбыҙса, Экология йылында ла  мәсьәлә асыҡ ҡалмаҡсы. Финанс мәсьәләләре  хәл ителгәнсе, сүплек биләмәһе тағы ла киңәйер инде, тип бошона ауыл халҡы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика