«Ревизорро» программаһында ыңғай сюжет донъя күрһен өсөн Өфө эшҡыуарҙарынан аҡса талап итәләр 16.01.2016

Был хаҡта беҙгә дөйөм туҡланыу ойошмалары етәкселегенең береһе хәбәр итте. Уларҙың корпоратив электрон почтаһына 2016 йылда Башҡортостанға билдәле алып барыусы Елена Летучая килә тигән хат ебәрелә. Хат авторы үҙен «Пятница» телеканалы вәкиле тип таныта.

Күпмелер сумма аҡса түләһәгеҙ, һеҙҙең йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килмәйәсәк. Ошондай йөкмәткеле хат предприятие етәкселәрен аптырауға һала. Хат авторы Гөлиә Исраилова үҙен «Пятница» телеканалы вәкиле итеп таныта. Билдәле күләмдәге аҡсаға ғауға менән дан алған «Ревизорро» каналы бригадаһының улар эшләгән предприятиеға килеү датаһын атаясаҡ. Хат юлдарынан түбәндәге цитата: «Беҙ һеҙҙең абруйҙы бөтөнләй юҡҡа сығара һәм кәрәк икән күтәрә лә алабыҙ».
Екатерина, Өфө ҡалаһы йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы хеҙмәткәре: «Был хатты беҙ 2015 йылдың 15 декабрендә алдыҡ. Уны «Ревизорры» тапшырыуы вәкиле Гөлиә Исраилова яҙған. Беҙҙең телеканал төрлө ойошмаларҙы тикшерә. Уларға йәшерен кешеләрҙең килеү датаһын һеҙгә тейешле күләмдә аҡса түләгән осраҡта алдан хәбәр итә алам. Беҙҙең программа юғары рейтингка эйә. Уның ярҙамында һеҙҙең абруйҙы күтәрә лә, төшөрә лә алабыҙ, тиелгән».
Йәмәғәт туҡланыуы ойошмаһы был хатты яуапһыҙ ҡалдырырға ҡарар итә. Әммә бер аҙнанан тағы ла шул уҡ адресаттан түбәндәге йөкмәткеле хат килеп төшә. Унда түбәндәге юлдар бар:  «ҮҘЕГЕҘ ЭШЛӘГӘН ОЙОШМА АБРУЙЫНА ЕҢЕЛ ҠАРАУЫҒЫҘ ҮКЕНЕСЛЕ»!
Гөлиә Исраилова «Пятница» телеканалында эшләү-эшләмәүен беҙ туранан-тура канал етәкселегенә мөрәжәғәт итеп асыҡланыҡ. Улар бер ҡатарҙан ,беҙҙең бындай йөкмәткеле хатҡа мөнәсәбәтебеҙ юҡ, тип яуапланы.
Наталья Абрамочкина, «Пятница» телеканалының рr-директоры:  «Беҙҙең телеканалда бындай исем менән эшләүсе хеҙмәткәр бөтөнләй юҡ. Беҙҙең канал исеменән мутлашыусыны табыуҙарын үтенеп прокуратураға мөрәжәғәт итәсәкбеҙ». Бынан тыш, Гөлиә Исраилованың интернет селтәрендәге бите алдаҡҡа ҡоролған икәнлеге лә асыҡланды. Ҡыҙҙың сайтындағы фотоһүрәттәр ,,Пятница" телеканалы хеҙмәткәренеке түгел. Белоруссия бейеүсеһе Карина Малиновскаяныҡы. Үҙенең йөҙөн афера яратыусылар килем алыу маҡсатында ҡулланыуын ҡыҙ башына ла индермәгән.
Карина Малиновская, Белоруссияла йәшәүсе: «Мине был хәл бөтөнләй аптыратты. Рәхмәт хәбәр итеүегеҙгә. Йөҙөмдө шәхси файҙа алыуҙа ҡулланыусыны яуапҡа тарттырыуҙарын үтенәсәкмен».
Был хәлдән һуң Калина Малиновская сайт администраторҙарынан үҙен ҡабатлаған битте ябыуҙарын үтенәсәк. Алдашыу юлына баҫҡан ҡыҙҙан хат алған ойошма уны судҡа бирергә йыйына. Әйткәндәй, Хабаровск өлкәһендә күптән түгел булған хәлдә ялған продюссер асыҡланып яуапҡа тарттырылған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы ,бындай осраҡтар бихисап. «Ревизорро» программаһының ялған продюссеры тарафынан интернет селтәрендә таратҡан хатына ҡарата телеканал етәкселеге алдаҡсыны табыуҙы үтенеп прокуратураға мөрәжәғәт итәсәк.
«Пятница» телеканалы ошондай йөкмәткеле хат алыусы эшҡыуарҙарҙы, рестораторҙарҙы, отельерҙарҙы полицияға мөрәжәғәт итергә саҡыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика