Республиканың төп ҡаҙанышы - күп милләтле халҡы 25.06.2015

Башҡортостан был тәңгәлдә Рәсәйҙең башҡа өлкәләренә өлгө булырҙай. Баш ҡалала Халыҡтар ассамблеяһының өсөнсө съездан һуң тәүге ултырышы үтте. Берҙәмлеккә, татыулыҡҡа әйҙәүселәр ойошманың төп маҡсаттарын, эш йүнәлешен, хәл итәһе мәсьәләләрҙе  барланы.

Толерантлыҡ, уртаҡ тел таба белеү -  һөҙөмтәле эш башланғысы. Милләттең киләсәген, үҫешен тәьмин итеүҙә, мәҙәниәтен күтәреүҙә, туған телдәрҙе һаҡлап ҡалыуҙа  ассамблеяның роле ҙур. Шулай ҙа яңы үҫеш юлдарын эҙләү, дуҫлыҡ сылбырын тағы ла нығытыу зарур. Ултырышта яңы кимәлгә күтәрелеү юлдары ҡаралды. Татыулыҡ, дуҫлыҡ йортона ихтыяж да бар.
Зөһрә Рәхмәтуллина, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй дәүләт думаһы депутаты:  «Ассамблеяға үҙ ҡанатына алырлыҡ, барлыҡ булған ойошмаларҙы туплап, Дуҫлыҡ йортон үҙ ҡанаты аҫтына алып, матур итеп эшләрлек, заманса бина кәрәк. Был проблеманы республика етәкселеге аңлай, улхәл ителер тип ышанабыҙ».
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһының ултырышы эш һөҙөмтәләрен барлау менән генә сикләнмәне. Көн тәртибе буйынса республика, Рәсәй кимәлендәге мәҙәни, фәнни саралар хаҡында ла һүҙ барҙы. Уларҙың күбеһе Әҙәбиәт йылына бағышлана. Әйтәйек, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты Аксаков көндәре кеүек үк, шағир Шәйехзада Бабичтың ижадына бағышланған байрам ойоштороу тәҡдиме менән сыҡты. Шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре лә Башҡортостан халҡына сағыу байрамдар әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика