Республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениелары былтыр миллиард һумдан ашыуға тауар етештергән һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәткән

Республиканың холоҡ төҙәтеү учреждениелары былтыр миллиард һумдан ашыуға тауар етештергән һәм төрлө хеҙмәттәр күрһәткән 22.01.2015

Иркенән мәхрүм ителгәндәр металл эшкәртеү, машиналар эшләү, еңел сәнәғәт, ағас эшкәртеү һәм төҙөлөш материалдары етештереү өлкәләрендә хеҙмәт итә. Түләнгән эшкә йәлеп ителеүселәр арта ғына. Был иһә идаралыҡтың эш һөҙөмтәһе. Хөкөм ҡарарҙарын ғәмәлгә ашырыу федераль хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы  йыл йомғаҡтарын барланы.

2014 йыл ведомство өсөн үҙгәртеп ҡороу осоро булды. Идаралыҡтан  БАШ ҡушымтаһы алынды. Был  эшмәкәрлекте башҡаса алымдарға ҡороу тигәнде аңлата. Шулай ҙа улар төп бурысы- холоҡ төҙәтеү учреждениеларын күҙәтеү эшенән ситләшмәне. Былтыр республиканың 7-се  колонияһында һәр тотҡон менән айырым эш алып барыу буйынса тәжрибә проекты башланған.  Ошо маҡсатта хеҙмәткәрҙәр һаны ла арттырылған. Һәр хөкөм ителеүсе менән шәхсән эшләү арҡаһында  ваҡытынан алда азат ителеүселәр артҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку