Республиканың иң оло кешеләренең береһе Сәймә Дәүләтхужинаға 101 йәш тулды

Республиканың иң оло кешеләренең береһе Сәймә Дәүләтхужинаға 101 йәш тулды 10.02.2016

Йәрмәкәй районында йәшәгән ханымды ысын мәғәнәһендә бәхетле кеше тип әйтергә мөмкин, сөнки уның иң ҙур байлығы -  балалары,  ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре.

Кеше ғүмер буйы бәхетле булырға, етеш тормошта йәшәргә хыяллана. Ҡайһы берәүгә бәхет  тыуғас та бирелһә, бәғзеләргә ҡартлыҡ көнөндә генә килә. Йәрмәкәй районында йәшәүсе Сәймә Дәүләтхужинаның байтаҡ ғүмере ауыл хужалығында үткән. Йәшелсәселек бригадаһында эшләгән, сөгөлдөр үҫтергән. «Хеҙмәт ветераны», «Тыл эшсәне» тигән маҡтаулы исемдәр менән бүләкләнгән.  
Оҙаҡ йәшәүҙең сере нимәлә тигән һорауға хеҙмәт ветераны күберәк хәрәкәт итеүҙә, изге ғәмәлдәр ҡылыуҙа тип яуап ҡайтара. Ун балаһының әле етәүһе иҫән. Ире Әйүп Сәйфулла улы - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Әлеге көндә Сәймә Дәүләтхужина яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтендә бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Оло быуын вәкиле һаман да зиһене теүәл, хәтеренең яҡшы булыуы менән һоҡландыра.    
Сәймә Дәүләтхужина һаулығына зарланмай, табиптарға ла йөрөмәй икән. Әммә һуңғы ваҡытта ғына бер аҙ сирләп китеп, операция кисергән. Шулай ҙа балаларының хәстәрлеге менән тиҙ арала аяҡҡа баҫҡан. Бер үк ваҡытта әсәйебеҙҙең шуҡлығына ла аптырап ҡуябыҙ, ти балалары. Яңыраҡ  ҡына ул Бәләбәйҙә дауаханала ятҡанда ла  ҡыҙыҡлы мажарға тарыған.
Әле ул улы  Биктимер менән йәшәй. Килене лә үҙе кеүек уңған, тынғыһыҙ, әҙерләгән ризыҡтары уңып бешә. Күптән инде пенсия йәшендә булһа ла ҡәйнәһен бөтә ихласлығын биреп ҡарай ул. Ни тиһәң дә яҡшы тәрбиә, йылы өй, наҙлы ҡараш - олоғайған көндә һәр кешегә лә иң кәрәклеһе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика