Республиканың иң моңло радиоһы бөгөн ете йәшен билдәләне

Республиканың иң моңло радиоһы бөгөн ете йәшен билдәләне 07.02.2017

"Ашҡаҙар" каналы ойошторолоуға аҙмы-күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, ул халыҡтың яратҡан радиоһына әйләнде. Эфир даирәһе аша яңғыраған йыр-моңдар, үҙенсәлекле проекттар, һәм әлбиттә алтын фонд яҙмалары һәр кемдең күңеленә үтеп инә.  

"Ашҡаҙар" - республиканың иң моңло радиоһы тип юҡҡа ғына әйтелмәй. Эфир тулҡындарында "Башҡортостан" радиоһының алтын фондында һаҡланған, һирәк  яҙмалар яңғырай. Шулай уҡ 66.68 йышлыҡтарында рухи ҡиммәттәрҙе, милли поэзия, театраль асыштар, халыҡ ижады ынйылары менән дә танышырға мөмкин. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусин, әҙәбиәт һәм мәҙәниәт өлгөләрен радио аша яңғыратыу, халыҡты рухи яҡтан байытыуҙың төп сараһы тигән фекерҙә.

Бынан ете йыл элек, тап 7-се февраль көнөндә тәүге тапҡыр эфир тулҡындарына  сыҡҡан радио  шунда уҡ халыҡ күңелен яулай. Урыҫ телендәге "Ретро FM" ды хәтерләтә, әммә тыңлаған һайын тапшырыуҙарҙың милли асылыбыҙға  йүнәлтел­гәнен яҡшыраҡ аңлайһың. Халыҡ моңдарынан, арабыҙҙан күптән мәңгелеккә күскән шәхестәрҙең яҙмаларынан боронғолоҡ ауаздары ишетелгәндәй була хатта .

"Ашҡаҙар" каналы республиканың бар төбәктәрендә лә тотмауы ғына эсте бошора ти кисәлә ҡатнашыусылар. Сит өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштә­ребеҙ ҙә унда фәһемле һәм файҙалы тапшырыуҙар таба ала.  "Ашҡаҙар" радиоһы  тыңлаусыһының юғары зауығын ҡәнәғәтләндереү һәм милли асылға хеҙмәт итеү маҡсатында эшләй.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика