Республиканың иң бәләкәй административ биләмәһе булған Шаран районы таланттарға бай төбәк 19.02.2016

Райондың һәр ауылында башҡаларға өлгө булырҙай, үҙҙәренә йәш быуынды эйәртерҙәй ҡул оҫталары ла күп.

Салмалы ауылында йәшәүсе Рәфәйез Шәйәхмәтов  ҡалай-тимерҙән  эшләнгән һындар менән бөтә тирә-яғын биҙәп ҡуйған. Йәш сағынан мауыҡҡан шөғөлө ғүмерлек һөнәрен һайлауҙа ла эҙһеҙ үтмәгән. Слесарь булып эшләгән ғаилә башлығы буш ваҡытын ижадҡа арнай.
Ҡалай һындар семәрләгәндә Рәфәйез бигерәк тә хайуандар донъяһына өҫтөнлөк бирә. Һүрәттәрҙе ул  гәзит-журналдарҙан күсереп ала, һуңынан инде тимергә төшөрөп киҫә. Рәфәйездең ҡатыны Гөлнара ханым да уңған хужабикә. Өй эсен ул бәйләгән селтәрҙәр һәм  япмалар, сигеү әйберҙәре биҙәй. Татыу ғаилә ағзалары тормоштарынан ҡәнәғәт.  
Шәйәхмәтовтарҙың күршеләре Рәзинә Кәлимуллинаның ҡул эштәренә лә һоҡланмаған кеше юҡ. Күҙҙең яуын алырлыҡ япмалары һәм балаҫтары төрлө күргәҙмәләрҙе биҙәй.  Ошо ауылда тыуып үҫеп, оҙаҡ йылдар сит тарафтарҙа йәшәгән ҡатынды олоғайғас, тыуған яҡ үҙенә тартҡан. Хәҙер инде оҫта яҡташтары менән аралашыу,  шөғөлөн урындағы йәштәргә һәм уҡыусыларға тапшырыуҙан йәм табып йәшәй.
Тәүге геройҙарыбыҙ Шәйәхмәтовтар аталарынан күреп тимер бөгөр ике егет  үҫтергән. Татыу ғаилә балаларында илһөйәрлек һәм эшһөйәрлек тәрбиәләп, бер-береһенә күңел йылылығы бүләк итеп йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика