Республикала «Хәтер һәм ғорурлыҡ быуындар йөрәгендә» проекты тормошҡа ашырыла

Республикала «Хәтер һәм ғорурлыҡ быуындар йөрәгендә» проекты тормошҡа ашырыла 19.06.2015

Уның сиктәрендә Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар һәм билдәһеҙ юғалыусылар тураһында мәғлүмәт туплана, һуғыш ветерандарына ярҙам күрһәтелә. Шулай уҡ 22 июндә һуғыш яугирҙарының исемдәре, ҡаҙаныштары менән «Хәтер китабы» баҫтырыласаҡ.

Проект бер нисә өлөштән тора. Уларҙың береһе - Башҡортостандың патриотик картаһы. Унда интернет селтәре аша һәр кем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы туғандары тураһында һөйләй ала. Шулай уҡ һуғыш ветерандары һәм уларҙың тол ҡатындарына ярҙам күрһәтеү буйынса ла эштәр алып барыла. Проект сиктәрендә Башҡортостанда патриотик слеттар ойоштороу ҙа ҡаралған.
Владимир Яковлев, Бөтә Рәсәй «Йәш гвардия» йәмәғәт ойошмаһының төбәк етәксеһе: «Проект бар патриотик йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Быйыл ул Башҡортостанда төп проект һанала.  Унда бар республика халҡы ҡатнашып, тарихҡа үҙ өлөшөн индерә ала. Проект быйыл  тормошҡа ашырыла башланы һәм киләсәктә лә дауам итер тип ышанам».
Дәүләкән районында проекттың «Еңеү исемдәре» йүнәлеше әүҙем тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - һуғыш йылдарында яу яланында ятып ҡалған һалдаттарҙың исемдәрен асыҡлау. Бөгөн районда өс эҙәрмәндәр төркөмө эшләй. Улар ярҙамында 420 һалдаттың ҡәберлеге табылған. Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышында билдәһеҙ юғалған бер нисә яугирҙың документтарын табып уларҙы һалдаттарҙың туғандарына  тапшырған.
Гүзәл Хәбибуллина, «Йондоҙ» эҙәрмәндәр төркөмө етәксеһе: «Ғәйнуллин Фәйзулла Ғәйнулла улы тураһында мәғлүмәт таптыҡ. Уны яҡындары билдәһеҙ юғалған тип уйлаған. Уның пленда булыуы, шунда һәләк булыуы асыҡланды. Бар эштәрҙе лә киң мәғлүмәт сараларында баҫтырабыҙ. Эҙәрмәндәр Хөсәйен ауылынан һуғышта һәләк булған Шәмсетдинов Сәйфулла исемле һалдаттың яҡындарын тапты. Уларҙа яугирҙың фотолары ла булмаған. Ә немец документтарында һалдаттың фотолары һаҡланып ҡалған».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку