Республикала хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә

Республикала хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш дауам итә  06.11.2015

Өфөнөң  Киров һәм Ленин райондарынан быйыл әрме сафына 284 егет алынасаҡ. Әлеге мәлгә уларҙың 70 проценты Ҡораллы көстәргә саҡырылған да инде. Ике райондың хәрби комиссариатында билдәләүҙәренсә, буласаҡ һалдаттар  башлыса һау-сәләмәт, ун кеше араһынан икәүһе генә хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла. Шул уҡ ваҡытта йәштәрҙең үҙ һаулығына битараф булыуы борсоуға һала.  

Юрий Алфёров, Башҡортостан хәрби комиссариатының Киров һәм Ленин райондары буйынса етәксеһе:  «Хәрби хеҙмәткә тик һаулыҡтары ныҡ булған һәм ҡануниәт буйынса отсрочка биреү мөмкинлеге ҡаралмаған егеттәр генә саҡырыла. Элеккесә егеттәр һауа-десант ғәскәрҙәрен, диңгеҙ пехотаһын һәм флотты һайларға тырыша».
Павел Сорокин, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусы: «Минеңсә, диңгеҙ пехотаһы иң элиталы ғәскәрҙәрҙән һанала. Унда үҙеңде һынап ҡарау өсөн мөмкинлектәр күп. Минең атайым да, олатайым да хәрбиҙәр. Мин ғаилә  традицияһын дауам итәм».  
Республика Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда быйылғы кампания барышында 6 мең 300 һалдатты илдең ҡораллы көстәренә саҡырыу күҙаллана. Әлеге мәлгә 1300 йәш кеше хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип танылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку