Республикала дәүләт унитар предприятиелары кәметеләсәк

Республикала дәүләт унитар предприятиелары кәметеләсәк 20.02.2015

Улар йә акционерлаштырылырға, йә шәхси ҡулдарға күсергә тейеш.  Юғиһә, ҡайһы бер етәкселәр предприятиены шәхси лавкаға әйләндереп, Хөкүмәткә бер ниндәй ҙә табыш килтермәй. Рөстәм Хәмитов Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының коллегия ултырышында сығыш яһап, тармаҡ ведомствоһына бурыстар билдәләне.

Алдағы йылдарҙа Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы алдында етди бурыстар тора. Республиканың көрсөккә ҡаршы көрәш планына ярашлы, тәү кәрәк сығымдар өсөн ике фонд булдырылды. Береһендә  аҡса тупланһа, икенсеһе залог фонды. Йәғни, унда  еңел һатыла торған дәүләт мөлкәте туплана. Күсемһеҙ милек ун биш миллиард һум менән баһалана. Фондты туплау ведомствонан һөҙөмтәле эшмәкәрлек талап итә. Тәү сиратта килемһеҙ һаналған дәүләт предприятеларынан арыныу фарыз, тине Рөстәм Хәмитов.
Үткән йыл дәүләт унитар предприятиелары республика ҡаҙнаһына 107 миллион һум ғына аҡса күсергән. Был килем бик аҙ.  Күп кенә предприятиелар табышһыҙ эшләй һәм дәүләт ундай йөктән арынырға тейеш, тине Рөстәм Хәмитов. Былтыр  ошондай 22 ойошма үҙгәртеп ҡоролған. Быйыл тағы ла 86 предприятиены ошо уҡ яҙмыш көтә.  
Министрлыҡҡа муниципаль предприятиеларҙы ла кәметеү бурысы йөкмәтелде. Республикала улар дүрт йөҙҙән ашыу. Илдең баш ҡалаһында муниципаль иҫәптәге предприятиелар егерме тирәһе генә. Мөлкәтте һөҙөмтәле файҙаланыу маҡсатында республика етәксеһе ер майҙандарын да тәртипкә килтерергә ҡушты. Күп балалы  һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай ер участкалары биреү мәсьәләһе лә етди контролгә алынасаҡ. Республикала байтаҡ ерҙәр файҙаланылмай. Улар республика иҫәбенә күсерелеп, табыш килтерергә тейеш, тине Рөстәм Хәмитов.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку