Республикала быйылғы яҙғы ташҡын һуңғы 20 йыл эсендә иң көслөһө булыуы ихтимал

Республикала быйылғы яҙғы ташҡын һуңғы 20 йыл эсендә иң көслөһө булыуы ихтимал 28.02.2017

Шуға ла ҡотҡарыусылар һәм янғын һүндереүселәр һыу баҫыу хәүефе булған урындарҙа йәшәүселәр араһында аңлатыу эштәре  башланы. Тәүгеләрҙән улар Дим кордоны халҡы менән осрашты.

Шулай ҙа әлегә ташҡындың нисек буласағын аныҡ ҡына күҙҙалыуы ауыр, ти белгестәр. Былтыр Ағиҙел һәм Дим йылғаларының кимәле 7 метр ярымға тиклем күтәрелде. Һөҙөмтәлә баҡсасылар ширҡәтендә урынлашҡан күп кенә торлаҡ йорттар һыу аҫтында ҡалды. Быйылғы ҡарҙың күп булыуын иҫәпкә алып махсус хеҙмәттәр алдан уҡ иҫкәртеү саралары күрергә тотондо. Яҙғы ташҡын көслө була ҡалған осраҡта 1 мең самаһы кешене эвакуацияларға тура киләсәк. Шулай ҙа барыһын да һауа торошо хәл итәсәк.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика