Республикала «Ҡаргиҙәр» операцияһы үтә

Республикала «Ҡаргиҙәр» операцияһы үтә 11.02.2016

Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы ай дауамында рейдтар үткәрә. Баймаҡ районында ла инспекторҙар ҡышҡы транспортҡа бәйле күңелһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү өсөн аңлатыу эштәре алып бара.

Баймаҡ ҡалаһынан Шамил Ирназаров  ҡаргиҙәр менән  1-2 йыл тирәһе идара итә.  Юлһыҙ ерҙән йөрөргә тәғәйенләнгән был техника  ҡыш көндәре  һунарға, балыҡҡа  йөрөү өсөн бик уңай, ти ул. Техникаң  булыу бер, ә   ваҡытында   торошон һәм  документтарын  тәртиптә тотоу кәрәк икәнен  дә яҡшы белә ҡаргиҙәр хужаһы.  
Рейд ваҡытында  шулай уҡ прокат пункттарында, ял  итеү турбазаларында  файҙаланылған техникаларҙың да торошо тикшерелде. Сөнки, күп осраҡта ҡаргиҙәр хужалары  техникаһын  уйынсыҡ урынына күрә,  уның артына махсус белемһеҙ ултыра, ә был техника менән идара итеү өсөн айырым категория таныҡлығы алыу, теркәүгә ҡуйыуҙы  һәм  техник торошон тикшереүҙе   онота.  
Булат Байрамғолов, Баймаҡ районы буйынса дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы етәксеһе: «Әлеге мәлгә район биләмәһендәге техниканың 80 проценты техник тикшереү үтте лә инде. Барыһының да торошо һәйбәт, документтары ла тәртиптә».  
Ҡаргиҙәрҙәр  менән бәйле  кешенең йәрәхәтләнеүе, йә иһә  һәләк булыу осраҡтары ла аҙ түгел. Шуға  күрә, ҡеүәтле техника ҡулланыусыларҙың  һаҡ булыуы мөһим. Юғиһә,  күңелле ял  ‐  насар һөҙөмтәләргә  килтереүе лә  ихтимал.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку