Республикала 14 кеше талпан энцефалиты менән зарарланған 04.08.2014

Был йыл башынан ғына. Уларҙың бишәүһе балалар.  Табиптар әйтеүенсә, талпан ҡаҙалыу осоро йәй башына тура килә, әммә әлеге мәлдә лә тынысланырға ярамай. Көн һайын лабораторияға ике тиҫтә тирәһе кеше мөрәжәғәт итә. Улар килтергән талпандар вирусҡа тикшерелә.    

41 йәшлек Ольганы бер йыл элек талпан тешләй.  Йәш ҡатын  күҙ алдында тиерлек  аяҡтан яҙып инвалидҡа әйләнә.  Ҡайтанан тулы ҡанлы тормош алып барыуға өмөт бөтөнләй ҡалмай.   Был кадрҙар Ольга беренсе реабилитация курсы үткәндән һуң төшөрөлгән.  Бөгөн иһә хәл башҡаса. Ҡатын телмәрҙе аңлай һәм бер аҙ һөйләшә башлаған. Ул яйлап ҡына булһа ла ҡул-аяҡтарын ҡыбырлата ала. Ольганың ныҡышмаллығы, табиптарҙың тырышлығы һәм  ҡиммәтле дауалау курстары ыңғай һөҙөмтәгә өлгәшергә ярҙам иткән.
Талпандар күберәк  йәй башында ҡаҙала.  Әммә табиптар әлеге мәлдә лә һаҡланыу сараларын онотмаҫҡа кәңәш итә. Көн һайын лабораторияға был бөжәк тешләүгә зарланып  егермеләп кеше мөржәғәт итә.
Вадим Килдебәков: «Тәбиғәт ҡосағына ял итергә сыҡҡайныҡ, баланың күҙенә талпан ҡаҙалған. Беҙ әле бөжәкте вирусҡа тикшертергә тип алып килдек».
Шамил Ибраһимов, Башҡортостан гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең бүлек мөдире:  «Тикшерелгән талпандарҙың 5 процентында ғына энцефалит табыла.  Бөжәк зарарлы булып сыҡҡан осраҡта  пациенттар тиҙ арала дауаханаға оҙатыла,  уларға иммуноглобулин яһала. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 99 проценты профилактик процедураларҙан һуң  тулыһынса аяҡҡа баҫа».
Элек талпандар вирусҡа тик Өфөлә генә тикшерелһә, былтыр махсус үҙәк Стәрлетамаҡта ла асылған, быйыл  бөжәктәрҙе Нефтекама, Туймазы, Октябрьский ҡалаларында  ла ҡабул итә башлағандар. Шулай ҙа табиптар фекеренсә тикшертеүгә ҡарағанда һаҡланыу отошлораҡ. Тәбиғәт ҡосағына сыҡҡан ваҡытта талпандарҙы ҡурҡытыусы препараттар алырға кәрәк.
Зөһрә Даянова, Башҡортостан буйынса ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү идаралығының бүлек мөдире: «Йыл башынан 14 кеше, шул иҫәптән 5 бала талпан энцефалиты менән зарарланған. Әле улар дауалау курсы үтә.  Был осраҡтарҙың барыһында ла пациенттар табипҡа һуңлап мөрәжәғәт иткән йәки белгестәргә күренеүҙе бөтөнләй кәрәк тип тапмаған».
Ольга Брайцараға килгәндә инде, ҡатындың ҡасан тулыһынса һауығыры билдәһеҙ.  Әммә ул үҙенә аяҡҡа баҫырға  һүҙ биргән һәм ҡартайғансы йәшәргә теләй.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика