Республика урмандары яҡлауға мохтаж 11.07.2017

Ҡайындарҙың һары һыу ауырыуы менән сирләүе урындағы халыҡты хафаға һалды. Бактерия вируслы ағастар хәҙер 4 мең гектарға етте. Бер үк ваҡытта йүкә урмандарында ла хәл башҡаса. Ҡарышлауыҡ баҫып алыу һөҙөмтәһендә быйыл да төбәк умартасылары балһыҙ ҡалыуы ихтимал. Ҡоротҡос бөжәктәр республиканың 100 меңләп гектарына тиклем таралған.

Йүкәнең тап япраҡланған ваҡытында ҡарышлауыҡтар һөжүм иткән дә инде. Уның дөрөҫ үҫешмәүенә лә, сәскә бөрөләренең аҙ булыуына ла сәбәпсе. Шулай ҙа ағастарҙың әлеге хәле, былтырғы йыл менән сағыштырғанда яҡшыраҡ. Әҙме-күпме булһа ла йүкәнән бал алырға була, тик һығымталар ғына яһарға иртәрәк әле, ти тәжрибәле умартасы Рәшит Аҙнабаев.
Иглин районы йүкәләрен ҡоротҡан ҡарышлауыҡтар былтырғы йылға ҡарағанда бик үк түгел. Ағас япраҡтарында уларҙың күренмәүенә лә тәбиғәт үҙе булышлыҡ иткән. Яуып үткән ямғырҙар, көндәрҙең һыуыҡ булыуы ҡоротҡостарҙың таралыуынан сикләгән. Күбәләк төрөнә ҡараған был бөжәк тә бығаса беҙҙең төбәктәрҙә тап булманы, ти Иглин районы умартасылар берлеге рәйесе Фәнил Ғәлләметдинов.
Әлбиттә, проблеманы хәл итеү юлдары бар, ул да булһа ағастарҙы ағыулау. Тик ул ҡоротҡостарҙы ғына түгел, нәҙекәйбилдәрҙе лә юҡҡа сығарыуы ихтимал. Шуға ла был проблема йәнә асыҡ ҡала. Уның ҡасан хәл итәһе билдәһеҙ. Ә инде күсте һаҡлап ҡалыу ниәтендә умартасылар башҡа төбәктәргә сығырға мәжбүр.
Йүкәнән тыш, ҡайындарҙың да ҡороуы халыҡты борсомай ҡалмай. 2010 йылдағы ҡоролоҡтан һуң күҙәтелгән был проблема хәҙер тотош республика урмандарын тигәндәй ялмап алды. Бигерәк тә Башҡортостандың төньяҡ-көнсығышында хәл ҡатмарлашты. Сәбәбе бактериялы һары һыу ауырыуында. Билдәле булыуынса, ҡайын ағасы япраҡтары аша 60 литр һыуҙы парға әйләндерә, көн эҫе йә елле булғанда, унан да күберәк. Ағастар йыл һайын ҡоролоҡтан, тупраҡта дым етмәүҙән зыян күрә. Сирле ағастарҙы дауалауҙың әлегә берҙән-бер юлы ул ҡырҡыу.
Александр Волков, «Рус география йәмғиәте» советы ағзаһы: «Шулай ҙа эште тик менән бының менән генә туҡтатып булмай. Әлегә тиклем был проблема ныҡлап өйрәнелмәгән. Халыҡтың да яҙ һайын ҡайын һыуын артынан йөрөү ҙә үҙ өлөшөн индерә».
Антибиотиктар ярҙамында тик бер ағасты ғына дауалап була. Ә меңдәрсә иҫәпләнһә, быға инде башҡа ысул талап ителә, ти белгестәр. Ҡайын урмандарын һары һыу ауырыуынан һаҡлау, дауалау юлдары ла ғилми тикшереүҙәр етмәүгә бәйле шулай уҡ асыҡ ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика