Республика төбәктәрендә Яңы йыл байрамының төп биҙәге булған шыршылар һатыуға сығарыла башланы

Республика төбәктәрендә Яңы йыл байрамының  төп биҙәге булған шыршылар  һатыуға сығарыла башланы 17.12.2015

Баймаҡта шыршы баҙары 15 декабрҙә асылған. Ҡупшыҡайҙарҙы  ҡаланың үҙәк майҙанында һәм башҡа сауҙа нөктәләре янында һатып алырға мөмкин.

Урмансылар  яңы йылдың төп биҙәге булған - йәшел ҡупшыҡайҙарҙы  һатыуға әҙерләй. Быйылғы йылда Баймаҡ урмансылығына ҡараған дүрт участкала план буйынса өс мең  шыршы  һатыуға сығарылырға тейеш. Бөгөнгө көндә  Юлыҡ урмансылығында өс йөҙҙән ашыу   ҡупшыҡай әҙерләнгән. Йыл һайын урмансылар йәшел массаға зыян килтермәгән махсус урындарҙы һайлай. Улар һирәкләтергә кәрәк булған ерҙәрҙе  һәм юл ситтәрендә, электр сымдары янында үҫкәндәрен генә ҡырҡа.  Яландағы ҡупшыҡайҙарға  ҡарағанда,  ҡуйы урмандарҙа үҫкән шыршыларға һорау ҙур.  Ылыҫлы ағасты хатта күрше өлкә һәм ҡалаларҙан  да  килеп алалар. Мәктәп, балалар баҡсалары, мәҙәниәт йорто һәм башҡа ойошма-предприятиеларҙың да  заказдарын  үтәйҙәр.
Әлбиттә урындағы  халыҡтың күбеһе, яһалма шыршыға ҡарағанда, ылыҫ еҫе аңҡып торған йәшел һылыуҡайҙарға өҫтөнлөк бирә. Ҡулланыусыларҙың һорауы  буйынса урмансыларҙа ҡупшыҡайҙарҙың  ҡуйы һәм бигүк бейек булмағанын ҡырҡырға тырыша.
Ағастарҙы киҫеү менән бер рәттән, шыршы тубырсыҡтарын да орлоҡҡа йыйып баралар. Урмандарҙың  киләсәген бөгөндән ҡайғыртабыҙ,ти   урмансылар.
Йыл  һайын ошо мәлдә шыршыларҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары  ла арта. Һәр кем  өйөн йәшел ҡупшыҡай ултыртып биҙәргә теләй. Әммә уларҙы аяуһыҙ ҡырҡыу  ниндәй ҙур зыян килтереүен аңлап та етмәйҙер, был иһә  закон тарафынан да  ҡәтғи тыйыла. Урман һылыуына балта күтәреүселәр    күләмле штраф түләргә мәжбүр буласаҡ.  Ошондай  хәлдәргә  юл ҡуймаҫ өсөн урман һаҡсылары декабрҙа  көн дә дежурство, рейдтарға сығыуҙы ойоштора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку