Республика «Хәрби Дан» музейында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды 27.03.2015

Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград яуында ҡатнашҡан Башҡортостан яугирҙарынә арналған экспозицияла хәҙерге Волгоград ҡалаһы музейынан килтерелгән ғилми документтар, фотоһүрәттәр, һалдаттарҙың шәхси әйберҙәре, һалҡын ҡорал кеүек экспонаттар менән танышырға мөмкин. Мамай-Курганда башын һалған яугирҙарҙы иҫкә алырға һуғыш һәм тыл ветерандары, баш ҡала уҡыу йорто студенттары, эҙәрмәндәр ҡатнашты.

Фашистар Гитлерҙың 1942 йылдың 25 июленә тиклем «Сталинградты яулау» бойороғон үтәү өсөн фельдмаршал Паулюс етәкселегендә һуғыша. Совет һалдаттары дошмандарҙы Волга аша сығармау өсөн батырҙарса һуғыша. 200 көн дауам иткән алыштың 140-ы ҡала эсендә бара. Совет  ғәскәрҙәре илбаҫарҙарға ҡаршы 1942 йылдың 19 ноябрендә һөжүм аса. Тағы ике айҙан Ҡыҙыл Армия Сталинград тирәләй 300 меңләп фашисты ҡыҫырыҡлай. Тотош донъя күҙәткән  алыш илде илбаҫарҙарҙан азат итеүҙә ҙур роль уйнай.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика