Республика көнөндә бөтә музейҙарға ла инеү бушлай буласаҡ 21.09.2016

Мөһим датаға арналған тантаналы йыйылыш 6 октябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында үтә. Был турала  бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа байрам сараларын әҙерләү һәм уҙғарыу буйынса  ойоштороу комитеты ултырышында әйтелде.

Йылдағыса республика көнөнә арналып баш  ҡалала һәм  төбәктәрҙә  төрлө  социаль объекттар асыласаҡ, мәҙәни саралар, спорт ярыштары уҙғарыла. «Республикама дан йырлайым» иншалар конкурсына йомғаҡ яһала. Шулай уҡ Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттарын тәбрикләү ҙә ошо көндәргә тәғәйенләнгән. Байрам алдынан экологик өмәләр,  ауыл хужалығы йәрминкәләре ойошторола. 11 октябрҙә майҙандарҙа билдәле артистар һәм үҙешмәкәр коллективтар  бай концерт программаһы менән сығыш яһай,  күңел асыу саралары уҙғарыла. Ә бына  Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында ла байрам салюты булмаясаҡ.    

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика