Республикаға Украинанан килгән ҡасаҡтар иҫәбе 2 мең ярымға яҡынлаша

Республикаға Украинанан килгән ҡасаҡтар  иҫәбе 2 мең ярымға яҡынлаша 06.08.2014

Тамуҡ утынан ҡасыусылар Башҡортостанға һауа юлы менән дә, тимер юлы аша ла,  автомобилдәрҙә лә килә. Өфө аэропортына Дондағы Ростовтың  Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ете махсус борты төштө.  

Украинанан килгән Руслан «Аҡбуҙат» ипподромында ике көн генә эшләй. Шуға ҡарамаҫтан егет  аттар тәрбиәләүҙең серенә төшөнә башлаған да инде. Иң мөһиме малды яратыу, ти ул. Руслан Украина ла студент була, әммә һуғыш башланғандан һуң уларҙың ғаиләһенә бар мөлкәтен ташлап  ҡасырға тура килә. Әле  Ҡәүиевтар «Аҡбуҙат»  ипподромында урынлашҡан.
Руслан бында яңғыҙы ғына түгел, ата-әсәһе, апаһы Гүзәл һәм уның ҡыҙы кескәй Настя менән бергә.  Гүзәл  ошонда уҡ шәфҡәт туташы булып урынлашһа, Эльмира ханым да эшһеҙ ҡалмаған. Ғаилә башлығы иһә Өфө предприятиеларының береһенә урынлашҡан. Һуғыш утынан ҡасып килеүселәргә йәшәү өсөн ятаҡта бер бүлмә лә бушатылған, тәү кәрәк-яраҡтар бирелгән. Эльмира  ханым тыумышы менән  Миәкә районынан, әммә 30 йыл ситтә йәшәгән.  Ул һуғыш бөткәс кире Украинаға әйләнеп ҡайтыуҙан өмөтөн өҙмәй. Кисә өйөбөҙгә бомба төшөүе генә кәйефте ҡырҙы, ти ханым.
Ипподром етәкселеге әйтеүенсә, Украина ҡасаҡтарына ярҙам итеү бөтә коллективтың уртаҡ теләге була. Хеҙмәткәрҙәр кейем-һалым, аҡса  ла  биреп тора.  Ҡәүиевтар иһә   сит кешеләрҙең йылы мөнәсәбәтен тырыш хеҙмәте менән аҡларға тырыша.
Бөгөнгө Украина ҡасаҡтарының 600-гә яҡыны халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә иҫәпкә ҡуйылған. Уларҙың 38-е эш урыны табып өлгөргән дә инде. Белгестәр ҡалғандарының проблемаһын да яҡын арала хәл итергә ниәтләй. Эште йәнләндереү маҡсатында әле Республика буйынса 21 ҡабул итеү пункты ойошторолған.
Ҡабул итеү пункттарында рәсми исемлеккә  ингән ҡасаҡтар ҡабул ителә.  Шул уҡ ваҡытта Украинанан үҙаллы  сығып китеп Башҡортостанға килеп һыйыныусылар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Бөгөн Өфөлә улар өсөн берҙәм консультация үҙәге эшләй башланы. Бында төрлө тармаҡ белгестәре ҡасаҡтарға документ йүнәтеү, справкалар менән ярҙам итә, эш, йәшәү урыны тәҡдим ителә.
Әле республикаға Украинанан килгән ҡасаҡтар иҫәбе ике мең ярымға яҡынлашҡан.  Уларҙы урынлаштырыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Ҡасаҡтар  Башҡортостан халҡына ауыр мәлдә ҡул һуҙғандары өсөн рәхмәтле, шулай ҙа  уларҙың күбеһе тиҙерәк  тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға теләй. Һуғыш туҡтау менән.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку