Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы

Рөстәм Хәмитов төҙөүселәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотланы 07.08.2014

Быйыл был дата икеләтә әһәмиәтле. Республиканың төҙөлөш комплексы 70 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ҡала һәм ауылдарҙың, тотош илгә  билдәле сәнәғәт предприятиеларының тарихы  - ул  күп быуынлыҡ төҙөүселәр тарихы, тине республика етәксеһе тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотлап.

Төҙөлөш комплексы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын ысын мәғәнәһендә лайыҡлы ҡаршы ала. Беҙҙе уратып алған һәр архитектур ҡоролма - тап уларҙың хеҙмәт емеше. Башҡортостан халҡының ныҡлы һәм ышаныслы йортта йәшәүе лә һеҙҙең  ҡаҙаныш һәм һәр квадрат метр өсөн беҙ һеҙгә рәхмәтлебеҙ, тине үҙ сығышында Рөстәм Хәмитов. Ә квадрат метрҙар, ысынлап та, йылдам арта. Торлаҡ төҙөлөшө буйынса Башҡортостан илдә тәүгеләр рәтендә. Быйыл ғына төбәктә 2 миллион 6 йөҙ мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү күҙаллана.
Киләсәктә төҙөлөш комплексын тағы ла юғарыраҡ талаптар һәм бурыстар көтә. Республика 2020 йылға тиклем 20 миллион квадрат метр торлаҡ төҙөү йөкләмәһен ала. Был һандар буй етмәҫлек тойола, әммә беҙ һеҙҙең кеүек һөнәр оҫталары менән был маҡсатҡа ла ирешәсәкбеҙ , тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк етәксеһе алдынғы тармаҡ хеҙмәткәрҙәрен юғары дәүләт наградалары менән дә билдәләне. Тантаналы йылылыш сәнғәт әһелдәре ойошторған байрам концерты менән тамамланды.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика