Рөстәм Хәмитов айырым категория граждандарына торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия тәҡдим итеү шарттарын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте

Рөстәм Хәмитов айырым категория граждандарына  торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә субсидия тәҡдим итеү шарттарын ябайлаштырыу тураһында ҡарар ҡабул итте 29.01.2015

Тейешле күрһәтмә Башҡортостан Хөкүмәтендә әҙерләнә.

Документҡа ҡул ҡуйылғандан һуң  2015 йылдың 1 ғинуарынан 30 июнгә тиклем граждандарҙың торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәт өсөн түләү сығымдарының иң күп рөхсәт ителә торған өлөшө стандарттары кәметеләсәк.  Ул күп балалы һәм тулы булмаған  ғаиләләргә 20-нән 15-кә, ә яңғыҙ йәшәүсе пенсионерҙарға 20-нән 18 процентҡа тиклем төшөрөлә. Башҡа категория граждандары өсөн иһә стандарттар күләме 20 процент кимәлендә ҡаласаҡ. Стандарттарҙы кәметеү граждандарҙың аҙ яҡланған категорияларына субсидиялар алыу мөмкинлеге бирәсәк.  Күҙаллауынса, быйыл ай һайын уртаса  субсидия алыусы ғаиләләр һаны 75 меңдән ашыуы ихтимал. Субсидия тултырыу өсөн республиканың халыҡты социаль яҡлау үҙәге филиалдарына һәм бүлектәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика