Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бөгөн 2014 йыл һөҙөмтәләрен барлап, яңы йылға бурыстар билдәләне

Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығы бөгөн 2014 йыл һөҙөмтәләрен барлап, яңы йылға бурыстар билдәләне 15.01.2015

Былтырғы йыл республика өсөн тыныс ҡына үтмәне. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа сыҡҡан дауыл тиҫтәләрсә йортто ер менән тигеҙләне. Тәбиғәт ғәрәсәте һөҙөмтәһендә ғаиләләр йорт-ҡураһыҙ ҡалды, ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Дауыл сыҡҡан Краснокама, Яңауыл, Ҡалтасы райондарына Башҡортостан халҡы ғына түгел, күрше төбәктәрҙән килгән ҡотҡарыусылар ҙа ярҙам итте.  

Ултырышта ведомство хеҙмәткәрҙәренең ғәҙәттән тыш хәлдәр һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙәге эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Алты кешенең ғүмерен өҙгән Яңауыл ҡалаһындағы шартлау ҙа иҫкә төшөрөлдө. Фажиғәгә ҡалалағы фатирҙарҙың береһендә барған ремонт эштәре сәбәпсе була. Унда түшәм тарттырыу өсөн тәғәйенләнгән газ балоны шартлай. Был күңелһеҙ ваҡиға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотоуҙан барлыҡҡа килә, тип билдәләнде ултырышта. Хәйер, шартлауҙан зыян күреүселәргә лә ваҡытында ярҙам күрһәтелде.
Ултырышта ғәҙәттән тыш хәлдәр техникаһы һәм ҡоролмалары  күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Экспозицияға ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында алдан хәбәр итеүсе махсус машина ла ҡуйылғайны. Техника сигналдар һәм экран менән йыһазландырылған. Киләсәктә уларҙың иҫәбен арттырыу күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку