Рәсәй Төркиә менән хәрби-техник хеҙмәттәшлекте туҡтатты

Рәсәй Төркиә менән хәрби-техник хеҙмәттәшлекте туҡтатты 30.11.2015

Был  Рәсәй Президенты Төркиәгә ҡарата  иҡтисади саралар ҡулланыу турындағы указға ҡул ҡуйғандан һуң ғәмәлгә ашырылды. Ябай халыҡҡа килгәндә, быға тилем уларҙы диңгеҙ буйында ял итеүгә сағыштырмаса арзан юлламалар, кейем-һалым һәм еләк-емештәр ҡыҙыҡһынырып килде. Рәсәйҙән унда йылына 3 миллион ярымға тиклем кеше ял итә. Рәсәйҙең ниндәй сығым кисереүе ихтимал?

Төркиә ашнаҡсыһы Төргөт милли аш-һыуҙарҙы бешереү серҙәрен яҡшы белә. Өс йыл элек ул Рәсәйгә күсеп килеп йәмәғәт туҡланыуында эшләй башлай. Был шешлектәр Башҡортостанда етештерелгән иттән булһа ла, тәмләткестәре сит илдеке. Улар аҙыҡҡа милли үҙенсәлек өҫтәй тип иҫәпләнә. Шулай уҡ йәшелсә- емештәрҙе лә ашнаҡсы Төркиәнән килтерелгәнен ҡуллана.
Өфөләге төрөк кафеһы директоры билдәләүенсә, әле Төркиәнән килтерелгән аҙыҡ-түлеккә контроль ҡәтғиләшкән. Шуға ла киләсәктә уларға хаҡтарҙың артыуы ихтимал. Әлбиттә, был туҡланыу бизнесына янамай. Ә тәмләткестәрҙе икенсе аналогтар менән алмаштырырға мөмкин. Ләкин был милли аҙыҡтың сифатына йоғонто яһаясаҡ. Ә бына клиенттарға килгәндә, әлегә уларҙың кәмеүе һиҙелмәгән.
Төркиәгә баш ҡаланан тура Өфө-Истамбул авиарейсы менән эләгергә була. Был рейсты туҡтатыу ихтималлығы туристик компанияларҙы борсоуға һалған. Әлегә самолеттар осоуын дауам итә. Ләкин Төркиәгә юлланыусы тимер ҡоштарҙа пассажирҙар әҙ. Авиабилеттар һатыусы ойошмаларҙа белдереүҙәренсә,  ял миҙгеле үтте, ҡайһы берәүҙәр рейстарҙан баш тартҡан.
Йәй  Рәсәй туристары өсөн Төркиә иң популяр ял үҙәктәренең береһе. Йыл һайын унда 600 меңдән ашыу ватандашыбыҙ ял итә. Ҡыҙыу миҙгел майҙан октябргә тиклем дауам итә. Әле Төркиәлә һалҡын булғанлыҡтан туристар икенсе илдәрҙе һайлай. Шуға ла туристик операторҙарҙың сит илгә юллама һатыуын туҡтатыуы бер ниндәй ҙә һорау тыуҙырмаған.  Ләкин әгәр ҙә мәсьәлә хәл ителмәһә төп йүнәлеше Төркиәгә булған туристик операторҙар юғалтыуҙар кисерәсәк. Сит илдәргә юлламалар яҙ билдәләнә, шуға ла бындай турфирмалар сит илде алмаштырыусы альтернатива эҙләргә тура киләсәк.
Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры Рөстәм Ахунов фекеренсә Төркиә менән бәйләнештең ҡатмарланыуы ике яҡҡа ла юғалтыу менән янай. Беренсенән, улар Рәсәйҙең иң эре сауҙа партнеры. Тәү ҡараштан үҙгәрештәр Төркиәгә файҙалы һымаҡ күренә. Беҙҙең меңәрләгән туристар унда ялын уҙғара, сит илдән йәшелсә-емеш килтерелә, баҙарҙа уларҙа тегелгән кейем дә байтаҡ. Ләкин Төркиәгә минераль яғыулыҡтың, нефть продукттарының һәм ҡара металдарҙың 80 проценты Рәсәйҙән индерелә, тип билдәләй белгес.
Төркиә менән Башҡортостан араһында иҡтисади бәйләнеш ныҡлы. Шуға ла был мәсьәлә хәл ителеп, ике яҡ араһындағы мөнәсәбәт ярҙамында йыйылған капитал юҡҡа сыҡмаҫ, тип ышана белгестәр. Ә туризмға килгәндә,  Төркиәлә яңы ял миҙгеле башланғансы сит ил менән бәйләнеш ниндәй боролош алыры әлегә билдәһеҙ. Шуға ла туристик операторҙар план ҡормай, урындарҙы ла алдан бронләмәй. Мысыр менән Төркиәгә юл ябылыуына борсолорға кәрәкмәй. Диңгеҙҙә ял итергә яратыусылар Ҡырым ярымутрауын һайлай ала. Ә сит илдәр яратыусылар өсөн Азия илдәре асыҡ.  Бынан тыш, Башҡортостанда ла ял итеү урындары байтаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку