Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе

Рәсәй һәм Башҡортостан мәҙәниәте оло юғалтыу кисерҙе 24.11.2014

23 ноябрҙә 89-сы йәшендә Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, талантлы балерина, педагог һәм  хореограф,  балет сәнғәтенең арҙаҡлы шәхесе Нинель Юлтыева арабыҙҙан ките.

Нинель Юлтыева 1926 йылда билдәле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың ғаиләһендә донъяға килә. 1941 йылда Ленинград хореография училищеһын тамалағас, 5 йыл дауамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы булып эшләй. Ҡазанға күскәс, оҙаҡ йылдар Татар дәүләт опера һәм балет театрында ижад итә. Ҡазан Мәҙәниәт институтында уҡыта, Ҡазан хореография училищеһының художество етәксеһе була. Нинель Юлтыева хәҙерге балет сәнғәтенең сағыу йондоҙҙарының береһе. Уға  юғары профессионализм, һайлаған һөнәренә тоғролоҡ һәм ойоштороу һәләте, күңел матурлығы хас ине. Уның исеме хаҡлы рәүештә Рәсәй балет сәнғәте тарихына инде. Мәрхүмә менән хушлашыу 25 ноябрҙә Ҡазанда үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку