Рәсәй халҡына коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәргә 50 процент ташлама бирелә

Рәсәй халҡына коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙәргә 50 процент ташлама бирелә 22.05.2017

Күп ҡатлы торлаҡта йәшәүселәр көнкүреш ҡалдыҡтарын сортлап коммуналь түләүҙәрен кәметә ала. Был турала Рәсәй тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы хәбәр итә. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ил халҡын көнкүреш ҡалдыҡтарын айырырға өйрәтеүҙә ташламалар һәм льготалар ҡулланыу һөҙөмтәле буласаҡ.

Министрлыҡ ҡалдыҡтар тураһындағы законға үҙгәреш проекты әҙерләп ил хөкүмәтенә тәҡдим иткән дә инде. Макулатура эшкәртеүсе ойошмалар фекеренсә, төҙәтмәләр ҡабул ителгән осраҡта көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн ташламаның  50 проценҡа етеүе ихтимал. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр йәмәғәт фекерен өйрәнеүҙә ҡатнашыусы  57 процент рәсәйлеләр ҡалдыҡтарҙы айырып ташларға ризалығын белдергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика