Рәсәй көнө һәм ҡала көнө уңайынан ойошторолған төп байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда үтте

Рәсәй көнө һәм ҡала көнө уңайынан ойошторолған төп байрам саралары Ленин исемендәге майҙанда үтте 12.06.2015

Йыр-бейеүҙәргә үрелеп барған тамаша тарихи үткәндәргә байҡау яһаһа, йәш һәләттәрҙең сығыштары тантананы  айырыуса  йәнләндереп  ебәрҙе.

Ленин исемендәге майҙан бөгөн йәйғор төҫтәреләй сағыу биҙәкле. Йыл буйына көтөп алған байрам ойоштороусылар тарафынан ҡыҙыҡлы һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үтһен өсөн ҙур тырышлыҡ һалынған. Сәхнә түре  Өфөнөң иң көслө балалар коллективтары сығышы менән байытылды.
Лилә Кәлимуллина, байрамда ҡатнашыусы: «Бөгөн шундай яҡты байрам, Рәсәй көнө лә, беҙҙең баш ҡалабыҙ Өфөнөң барамы ла. Илебеҙҙең ысын патриоттары ошо майҙанға йыйылған. Тыныс, татыу илдә балалар үҫтерәбеҙ. Беҙ иң бәхетле кешеләр».
Искәндәр Кәлимуллин, байрамда ҡатнашыусы: «Миңә байрам бик оҡшаны. Мин унда болгар бейеүен бейенем».
Байрамда шулай уҡ Өфө ҡунаҡтары ла күп ине. Йомарт, ихлас халыҡ йәшәгән ҡалаға Әбйәлилдән Диләфрүз Ишкина ейән-ейәнсәрҙәре менән килгән.
Диләфрүз Ишкинина, байрамда ҡатнашыусы: «Мин йыл һайын ошо байрамға балаларымды килтерәм, Әбйәлилдән дә, Себер ҡалаһы Ноябрьскийҙан ейәнсәрҙәрем дә ихлас ҡарайҙар.Ҡала менән танышабыҙ, музейҙарға йөрөтәм. Бик оҡшай».
Светлана Ишкинина, байрамда ҡатнашыусы: « Мин Ноябрский ҡалаһында йәшәйем, Өфө миңә бик оҡшай, унда ҡунаҡсыл кешеләр йәшәй».
Байрамда тамаша ҡылыусылар араһында йәш-елкенсәктең күп булыуы ла һөйөнөслө. Улар үҙҙәрен яуаплы һәм етди тотто.
Өфөнөң Ленин исемендәге майҙанында ойошторолған сағыу, яҡты байрам үҙ маҡсатына иреште. Олоһо-кесеһе бөгөнгө тантананы ихлас тамаша ҡылды, яҡындары менән осрашты. Байрамға килгән һәр кеше донъя илдәре менән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре яҡлы ,тыныс Рәсәй иле өсөн ғорурлыҡ һәм шатлыҡ тойғолары кисерҙе.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку