Рәсәйҙең социаль страховкалау фонды 25 йыллығын билдәләй 16.12.2016

Ошо уңайҙан бөгөн ойошманың төбәк бүлексәһендә тантаналы йыйылыш үтте. Сара сиктәрендә оҙаҡ йылдар уңышлы, шул уҡ ваҡытта тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып барыусы фонд хеҙмәткәрҙәре Республика башлығының һәм хөкүмәттең Рәхмәт хаттары, Почет грамоталары менән бүләкләнде

Әлегә республикала социаль страховкалау өлкәһендә 600-ҙән ашыу кеше эшләй, ойошманың 12 филиалы бар. Сирек быуат эсендә халыҡтың сәләмәтлеген һаҡлау, пособиелар түләү системаһын камиллаштырыу, уңайлы социаль мөхит булдырыу буйынса байтаҡ  эш башҡарыла. Әсәлек һәм балалыҡты яҡлауға бәйле уңыштар ҙа етерлек. 2001  йылдан түләнгән пособиелар күләме  17 тапҡырға, йәғни 400 миллиондан 6 миллиард ярым һумға тиклем артҡан. Шулай уҡ сәнәғәттә, эш урынында сәләмәтлеген юғалтҡан граждандарға, профессиональ сир менән ауырыусыларға ла ҙур ярҙам күрһәтелә. Быйыл ошо йүнәлештә миллиард һумдан ашыу аҡса бүленә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика