Рәсәйҙә административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында яңы кодекс ғәмәлгә инәсәк

Рәсәйҙә   административ хоҡуҡ боҙоуҙар  тураһында яңы кодекс ғәмәлгә инәсәк 15.01.2016

Әле ул Дәүләт думаһы ҡарамағына тапшырылған.

Административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса элекке кодекс 15 йыл элек ҡабул ителгән була. Һәм уға йыл һайын төрлө өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индерелеп килә. Әммә һуңғы осорҙа кодексты   заман талаптарына тулыһынса яраҡлаштырыу ихтыяжы тыуа. Кодекс проектын  әҙерләү менән дүрт автор шөғөлләнә, шуларҙың береһе яҡташыбыҙ, Башҡортостанда һайланған Дәүләт Думаһы   депутаты Рөстәм Ишмөхәмәтов.  Яңы вариантта  холоҡ төҙәтеү эштәре,  лицензияны кире алыу ҙа административ язалар рәтенә индерелгән.  Ә бына административ штрафтарҙы талап итеү  процедураһы еңеләйтелә, кеше штрафты үҙ теләге менән түләһә  ташламалар ҡаралған.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика