Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш кампанияһы башланды 03.04.2017

Ул 15 июлгә тиклем дауам итә. Һалдаттарҙың барыһына ла бер йыл хеҙмәт итеү ҡаралған. Шулай ҙа егеттәргә  контракт нигеҙендә ваҡыт арауығын ике йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн ғариза менән военкоматтарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Быйылдан хәрби хеҙмәткә саҡырылыш компанияһына бер аҙ үҙгәрештәр ҙә индерелгән.

Тимер юлсы һөнәрен үҙләштереүсе Айнур Әхмәҙуллин быйыл йәй илдең Ҡораллы көстәр сафын тулыландырырға иҫәп тота. Бының өсөн егет үҙенең психик һәм физик яҡтан әҙерлеген яҡшы баһалай. Әрмегә мине бер кем дә үҙ ихтыярымдан тыш ебәрмәй,  үҙ теләгем буйынса барам, ти студент. Сөнки хәрби билет менән һуңынан эшкә урынлашыу еңелерәк буласаҡ.
Бөгөндән республика төбәктәрендә хәрби комиссиялар үҙ эшен башланы. Улар аша быйыл әрмегә алынасаҡ егеттәр  етди тикшереү үтәсәк. Өфөнөң Дим районындағы комиссия ағзалары әйтеүенсә, һуңғы ике йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың һаулығы яҡшыра барыуы күҙәтелә. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек кенә был күрһәткес 76 проценттан артмаһа, хәҙер ул 82 проценттан ашып киткән. Шуға ҡарамаҫтан ҡайһы бер билдәле ауырыуҙар егеттәрҙе әрмегә алыуҙа ҡаршылыҡ тыуҙыра.
Людмила Моторина, Өфөнөң Дим районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссияһы рәйесе: «Баҙарҙа аяҡ кейемдәре тулып ятыуға ҡарамаҫтан, егеттәрҙең күбеһе яҫы табанлы. Шулай уҡ хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың психик сирҙәр, тире һәм йөрәк-ҡан ауырыуҙары менән яфаланыуы күҙәтелә. Ә бына тән ауырлығы норманан түбән булыусылар бөгөн әллә ни теркәлмәй. Тимәк, егеттәрҙең туҡланыу сифаты яҡшы яҡҡа үҙгәргән».
Хәрби хеҙмәткә саҡырылыш компанияһындағы быйылғы үҙгәрештәргә килгәндә, улар әллә ни күп түгел. Шулай ҙа иғтибарға алырлыҡтары ла етерлек. Атап әйткәндә, хәҙер  урта махсус уҡыу йорттарында белем алыусы студенттар хәрби хеҙмәткә алынмаясаҡ. Уларға ҡулдарына диплом алғансы кисектерелеү бирелә. Шулай уҡ хәҙер хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар шәхси гигиена әйберҙәре менән дә тәьмин ителәсәк.
Республикала ил һаҡларға әҙер егеттәр һаны кәмемәй. Әммә был хәрби хеҙмәттән ҡасыусылар бөтөнләй булмауы тураһында һөйләмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ундай егеттәр ҙә бар. Әрменән ҡасып, закон боҙған граждандар енәйәт һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Шуға ла комиссия ағзалары егеттәр саҡырылыш кампанияһына етди ҡараһын ине тигән теләктә. Ни тиһәң дә, хәрби хеҙмәт - һәр ир-егеттең дә изге бурысы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика