Рәмилә Бәхтийәрова ҡулланыусылар йәмғиәтен табышлы предприятиеға әйләндерә

Рәмилә Бәхтийәрова  ҡулланыусылар йәмғиәтен табышлы предприятиеға әйләндерә 07.03.2016

Ул  2001 йылдан Ауырғазы  ҡулланыусылар йәмғиәтен етәкләй. Рәмилә Бәхтийәроваға Һалым һәм хеҙмәт хаҡы буйынса бурыслы предприятиеның  эшен яйға һалыу өсөн йылдан ашыу ваҡыт талап ителә. Тауар булмауы, бер-бер артлы ябылған производстволар. Ошондай шарттарҙа  Рәмилә Бәхтийәрова  ҡулланыусылар йәмғиәтен табышлы предприятиеға әйләндерә.Һуңғы йылдарҙа ғына Ауырғазы ҡулланыусылар йәмғиәте бюджетҡа 35 миллиондан ашыу һалым түләгән.  

Уның һәр иртәһе хеҙмәткәрҙәр менән осрашыуҙан башлана. 328 кешенән торған коллективта башлыса ҡатын-ҡыҙҙар эшләй. Иң мөһим талап - хеҙмәт етештереүсәнлеге, тауар әйләнеше һәм табыш буйынса һәр мәғлүмәт ентекле анализлана. Төштән һуң  ханым магазиндар һәм производство объекттарын барлап сыға.
Кулинария цехы - ҡулланыусылар йәмғиәтенең айырым ғорурлығы. Ҡасандыр ташландыҡ хәлдә булған биналарҙа  Рәмилә Бәхтийәрова ремонтлап,  кондитер цехы ҡороуға ирешкән. Бында көнө буйына эш ҡайнай. Ҡулланыусылар йәмғиәтендә етмешләп магазин, уларҙа 400 -гә яҡын кешегә эш урыны булдырылған  .
Ҡул аҫтында эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла Рәмилә Бәхтийәрова күптән инде  абруй һәм хөрмәт ҡаҙанған.
Ун биш йыл элек буш кәштәле магазиндар менән хәҙергеләрен сағыштырыу мөмкин түгел. Рәмилә Бәхтийәрова бурыслы ойошманы табышлы эшләтер өсөн  аҡыл һәләтен дә, рухи көсөн дә йәлләмәгән. Ныҡлы аяҡҡа баҫып киткәс сауҙа үҙәген дә асҡандар.
Ун биш  йылдан ашыу етәксе вазифаларҙа эшләүсе Рәмилә Ғаяз ҡыҙы Бәхтийәрова яҙмышынан да уңған. Өс улға ғүмер биреүсе ханымдың өс ейәне, ике ейәнсәре үҫә. Эшендә яуаплы,талапсан,эшлекле булып танылған етәксе ғаиләһендә изге күңелле әсәй һәм өләсәй булып ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика