Прокуратура Ишембай районы ауылдарының береһен зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырыуҙағы өҙөклөктәр өсөн енәйәт эшен ҡуҙғатыуға иреште

Прокуратура Ишембай районы ауылдарының береһен зәңгәр яғыулыҡ селтәренә тоташтырыуҙағы өҙөклөктәр  өсөн енәйәт эшен ҡуҙғатыуға иреште 14.06.2016

Район хакимиәте 2014 йылда яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәрҙең береһе менән  газүткәргес төҙөү һәм ауылдың өс урамын зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу тураһында килешеү төҙөй. Эш 4 миллион һум кимәлендә баһалана.

Сығымдар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә. Шул уҡ йылды урындағы етәкселәр башҡарылған эштәр тураһында актҡа ҡул ҡуйып, килешеүҙәге  аҡсаны ширҡәт иҫәбенә күсереп тә ҡуя. Төҙөлөш тамамланмай ҡала. Торбаүткәргес селтәргә тоташтырылмай, халыҡ зәңгәр яғыулыҡһыҙ интегә. Етешһеҙлектәр һаман да бөтөрөлмәгән. Ширҡәт иҫәбенә нигеҙһеҙ рәүештә 1 миллион 100 мең һум күләмендә аҡса күсерелгән булып сыға. Осраҡ буйынса прокуратура махсус тикшереү үткәреп, Рәсәй енәйәт кодексының 286-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Вәкәләтте файҙаланыу осрағын тикшереү һәм уның һөҙөмтәләре прокуратура күҙәтеүендә тотола.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика