Популяр эстрада йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә бөгөн теүәл бер йыл тулды

Популяр эстрада йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхованың арабыҙҙан китеүенә бөгөн теүәл бер йыл тулды 26.01.2017

Билдәле булыуынса, сәхнә йондоҙо икенсе балаһы тыуғандан һуң ҡаты сирләп  вафат булды.  Вәсилә Фәттәхованың хәтер көнөндә Башҡортостан юлдаш телеканалының «Телеүҙәк» ток-шоуында тамашасы иғтибарына йырсының «Fүмер буйы көткән бәхетем» тигән яңы клибы тәҡдим ителәсәк.

Йырсының тормош иптәше  Илгиз Әбрәҡипов әйтеүенсә, һөйгәненең яратҡан йырҙарының береһе буйынса клип 2015 йылдың йәй-көҙ айҙарында төшөрөлгән булған.  Бөгөн киске һигеҙҙә эфирға сығасаҡ «Телеүҙәк» программаһында тамашасы уны тәүгә күрәсәк.
Илгиз Әбдрәҡипов, Вәсилә Фәттәхованың тормош иптәше: «Был клипты төшөргән көндәр Вәсиләнең иң бәхетле мәлдәре булғандыр,Ю мроғайын. Ул һағышлы һәм дәртле йырҙарҙы ла берҙәй матур башҡарҙы. Ҡәҙерлебеҙ  бер минутҡа ла хәтерҙән сыҡмай».
Вәсилә Фәттәхова иҫтәлегенә беҙҙең телеканал «Ваҡыт ҡуласаһы» тапшырыуының махсус сығарышын да әҙерләй. 4 февралгә тәғәйенләнгән программала йырсының дуҫтары, коллегалары, педагогтары ҡатнашасаҡ.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика