Пилотһыҙ осоу аппараты төпкөлдә

Пилотһыҙ осоу аппараты төпкөлдә 22.11.2014

Бетерә ауылы эшҡыуары Илсур Нәбиуллин урмандарҙы янғын хәүефенән һаҡлау маҡсатында замана ҡоролмаһы һатып алып ауыл халҡын ғәжәпләндерә. Пилотһыҙ осоусы видеоаппарат ҙур мөмкинлектәргә эйә. Хәтәр ҡоролма ярҙамында янғынды ғына түгел, тотош ауылды ҡош осар бейеклектән күҙәтергә мөмкин.  Уңған эшҡыуарҙың эшмәкәрлеге менән райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары сираттағы күсмә семинар мәлендә танышты.

Фәһемле осрашыу Бетерә ауылы егеттәре Илсур һәм Тимур Нәбиуллиндарҙың  Баймаҡ ҡалаһының Көнъяҡ биҫтәһендәге йорт төҙөлөшөн ҡарауҙан башланды. Билдәле булыуынса, йәш эшҡыуарҙар быйыл йорттар һалыу өсөн ер майҙандары алды. Унда ике ҡатлы коттедждар һалына, бөгөн уның өсәүһе күтәрелеп ҡыйығы ябылған, мунсаһы эшләнгән.
Йорттарҙың ишек, тәҙрәләренән башҡа төҙөлөш материалын эшҡыуар үҙе етештерә. Хәҙер инде күптәргә таныш Нәбиуллиндарҙың Бетерә ауылындағы  бизнесы көйлө бара. Йәш эшҡыуарҙар ағасты тулыһынса эшкәртеп ҡалдыҡһыҙ етештереүгә күсә. Цехтарҙа евровогонка, блок‐хаус, фальшбрус, шпунтовкалы таҡталар әҙерләнә. Эшкәртелгән ағас юғары өҫтәлгән хаҡ менән  үтә, был иһә етештереү ҡеүәтен үҫтерә. Предприятиела 43 кеше эш менән тәьмин ителгән. Ситтән килеүселәр өсөн ятаҡ та булдырылған.
Бетерә -райондың Бөрйән районы менән сиктәш өлөшөндә ҡуйы урманлыҡта урынлашҡан ауыл. Темәс урман сәнәғәте хужалығы тарҡалғандан һуң, уның бүлеге булған ауыл һүнеп ҡала. Әммә тап Нәбиуллиндар ише эшҡыуарҙар уға ҡайтанан һулыш өрә.
Урмандарҙы янғындан ҡурсалау маҡсатында Илсур пилотһыҙ осоусы видеоаппарат һатып ала. Камера юғары бейеклеккә күтәрелә, осоу радиусы өс саҡрым. Махсус күҙлектәре аша иһә, камера төшөргәнде күҙәтеп була.
Нәбиуллиндарҙың  цехтары тулыһынса видеокамералар күҙәтеүе аҫтында. Шуға ла эш тәртибе яҡшы ойошторолған. Илсур ҡайҙа булыуына ҡарамаҫтан һәр саҡ эшселәре менән бәйләнештә. Баймаҡ менән Бетерә араһын ул замана  технологиялары ярҙамында аҙымлыҡ араға яҡынайтҡан.  
Мәрйәм Байрамғолова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку