Пай ерҙәре кемгә булыр?

Пай ерҙәре кемгә булыр?  02.02.2016

Башҡортостан юлдаш телевидениеһында  Кушнаренко районында   йәшәүселәрҙең пай ерҙәренән ҡолаҡ ҡағыуы хаҡында яҙма сыҡҡандан һуң  мәсьәлә Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың парламент ултырышында тикшерелде.

Бөгөн комиссияның   ултырышы уҙҙы.  Шәриптә йәшәүсе 117 кешенең  7-шәр  гектар ере  ни рәүешле «Агри» йәмғиәте  ҡарамағына күскән? Һорауҙы асыҡлау буйынса тикшереү бара. Росреестр вәкиле әйтеүенсә, бөтә документтар ҙа законға ярашлы теркәлгән. Һатыу-һатып алыу килешеүҙәре бар.  
Шәрип ауылы халҡы ҡуртым документы урынына  һатыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйған. Мәсьәлә буйынса икенсе ултырыш 19 февралгә билдәләнгән. Унда хужалыҡ етәксеһе Ринат Мирғәлиевты саҡырып һөйләшәсәктәр. Ауыл халҡы ғәҙеллек тантана итеренә өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика