Патриотик тәрбиә

Патриотик тәрбиә 19.02.2015

Благовещен ҡалаһының 1-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Бөйөк Ватан һуғышы һәм локаль бәрелештәр ветерандары менән осрашты. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған сараға кескәйҙәр концерт, тәрбиәселәр һуғыш тарихы тураһында тамаша әҙерләгәйне.

4-5 йәшлек ҡыҙҙар-малайҙар тыныслыҡ, Ватанға һөйөү тураһында шиғыр һөйләй. Һәр сығышта илһөйәрлек тойғоһо сағыла. Бәләкәй генә булһалар ҙа,  араларында ысын һуғыш ауырлыҡтарын татыусылар ҙа бар. Балалар баҡсаһында Украина ҡасаҡтары ла тәрбиәләнә.
Был Благовещен ҡалаһының ветерандар хоры. Дәһшәтле һуғыш йылдарын ололар күҙ йәшһеҙ иҫкә ала алмай. Осрашыуға саҡырылған иң оло ветеран - Ирина Барминаға 95 йәш. Ирина Афанасьевна һуғышҡа 1943 йылда эләгә. Берлинды алыуҙа, Донды азат итеүҙә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын совет халҡы ошо хәбәрҙән белә. Әле генә мәктәп тамамлаған ҡыҙҙар киләсәккә яҡты хыялдар ҡора. Ләкин иртәгәһенә һуғыш башлана. Ирина Барминаның тормошо ла ошо сценарийға оҡшаш.
Ирина Бармина, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны: «Тәүҙә беҙҙе атырға, һуңынан машина йөрөтөргә өйрәттеләр. Һуғышҡа әҙерләгәндәрен ата-әсәйем белмәй ине. Һаман да иҫемдә, беҙҙе поезға ултыртып ҡайҙалыр ебәрҙеләр. Дарница станцияһында сыҡһаҡ ерҙә бик күп мәйеттәр ята. Кискә табан атыш башланды. Эшелондар шартланы. Һуңынан беҙҙе - 10 ҡыҙҙы, урманға бер ниндәй ҡоралһыҙ дошмандарҙы эҙләргә ебәрҙеләр. Бер дошманды таптыҡ,  уның наганынан  әхирәтебеҙҙе  көскә ҡотҡарып ҡалдыҡ».
Еңеү көнөн Ирина Афанасьевна бөгөнгөләй хәтерләй. Был көн ветерандың тормошонда иң сағыу һәм  иҫтәлекле ваҡиға. Еңеүҙе иҫкә алғанда ла уның күҙҙәрендә шатлыҡ сатҡылары һиҙелә.
Йәш быуынға ветерандар һөйләгән һәр һүҙ ҡәҙерле, тере тарих. Шуға ла кескәйҙәр ололарҙың һөйләгәнен йотлоғоп тыңланы, һорауҙар бирҙе.  
Кескәйҙәр ветерандарға ҡәнәферҙәр бүләк итте, улар менән бергә фото төштө. Мәктәпкәсә учреждение тәрбиәселәре был көн балаларҙың күңелендә  яҡты иҫтәлек булып уйылып ҡалыр тигән өмөттә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика