Парк бар, тик инергә ярамай

Парк бар, тик инергә ярамай 31.08.2015

Нефтекамала бер төркөм граждандар  ҡала паркында башланған төҙөлөшкә ҡаршы сыға. Улар төҙөүселәрҙе йәшеллекте юҡҡа сығарыуҙа ғәйепләй.  Әле активистар төҙөлөштө туҡтатыу өсөн халыҡтан ҡултамғалар йыя башлаған. Әммә ҡала етәкселеге бөтөнләй икенсе ҡарашта. Сөнки улар фекеренсә, биләмә ике йыл элек эшҡыуарға ҡуртымға бирелгән. Кем хаҡлы, ә кем юҡ?

Нефтекама паркының бер өлөшөн хәҙер үтеп инә алмаҫлыҡ бейек ҡойма уратып алған. Кәртәләнгән биләмәлә ауыр техника тора. Бында "БашСуперстрой" ойошмаһы сауҙа комплексы төҙөй башлаған. Әммә бер төркөм кешеләр быға ҡаршы сыға..
Владимир Захаров, йәмәғәт эшмәкәре: «4се май көнө Еңеүҙең 70 йыллығына арнап беҙ паркта 20 күк шыршы  ултырттыҡ. Акцияла ҡала халҡы, ветерандар ҙа ҡатнашты. Ә хәҙер бында ниндәйҙер бина төҙөй башланылар! Был бит йөҙөбөҙгә төкөрөү булып сыға».
Үҙҙәрен йәмәғәт эшмәкәрҙәре тип атаусы замандаштарыбыҙ төҙөлөш законһыҙ рәүештә бара тип иҫбатлай. Йәғни төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе Роберт Йәләев муниципаль ерҙе үҙ ирке менән баҫып алған. Ләкин ҡала хакимиәтендә быны кире ҡаҡтылар. Сөнки документтарға ярашлы кәртәләнгән ер 2013 йылда уҡ ҡуртымға бирелгән. Ә быйыл мартта эшҡыуар  бында сауҙа комплексы төҙөү рөхсәтен ала.
Зәбир Ғабдуллин, Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары: «Минең ҡарашҡа, мәсьәлә бөтөнләй икенсе төрлө. Бер төркөм граждандар кеше еренә рөхсәтһеҙ ағас ултыртҡан.  Сөнки участка инде ике йыл ҡуртымда. Эшҡыуар Йәләев уның өсөн тейешле аҡсаны ваҡытында түләп тора».
Әйткәндәй, Роберт Йәләев судҡа мөрәжәғәт итеп, ҡала хакимиәтенән үҫентеләргә башҡа урын табыуҙы талап иткән. Шулай итеп Еңеүҙең 70 йыллығына арналған ағастар әле Карл Маркс урамына күсерелгән.
Яңы сауҙа комплексы Нефтекамала артыҡ булмаясаҡ тигән фекерҙә хакимиәт вәкилдәре. Ул үҙәктә урынлашасаҡ, бында магазиндарҙан тыш балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, теннис корты һәм әүҙем ял өсөн башҡа мөмкинлектәр булыр тип көтөлә. Ә Еңеүгә арнап ағас ултыртыу акцияһы бары тик был башланғысҡа аяҡ салыуға оҡшаған.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку