Ожмах баҡсаһында Башҡортостан әләме 16.02.2017

Республика диндарҙары хаж ғәмәленә үҙәкләштерелгән оператор ярҙамында һәм ойошҡан төркөмдәр менән йөрөй аласаҡ. Диниә назаратында хаж бүлеге барлыҡҡа килде. Уның аша изге ғәмәл ҡылыусылар  миллионлаған халыҡ массаһына ҡушылып түгел, ә айырым төркөм, айырым маршруттар менән Башҡортостан вәкилдәре булараҡ йөрөйәсәк.

Мәҙинә ханым илдә ,,тимер ҡоршау,, асылғандан һуң тәүгеләрҙән булып мәккәгә барыусыларҙың береһе. Бер ниндәй мәғлүмәт юҡ, виза юллау кәрәклеге тураһында белмәгәндәр ҙә, ә инде сит ил валютаһын алыу өсөн диниә назараты ил етәкселегенә мөрәжәғәт итә. Төрлө ауырлыҡтар менән булһа ла изге ғәмәл ҡылына.

Унан һуң Мәҙинә ханым Мәккәгә һәм  Мәҙинәгә тиҫтәнән ашыу тапҡыр барған. Хәҙер сәфәр ҡылыуға бер ниндәй ҙә ҡаршылыҡтар юҡ, ти ул. Самолетҡа ултырҙың да киттең. Шулай ҙа һәр сәфәрҙең, бигерәк тә дини ғәмәлдең үҙ тәртибе , ҡағиҙәләре, нескәлектәре бар. Шуға күрә ойошҡан рәүештә йөрөү күпкә отошлораҡ, ти диндарҙар.

Башҡа операторҙарҙан айырмалы, хаж бүлеге юлламалар һатыу менән генә шөғөлләнмәй, ә хаж ҡылыусыны сәфәренең башынан аҙағына тиклем оҙатасаҡ. Медицина хеҙмәте, хоҡуҡи ярҙам, дини дәрестәр биреү, әҙерлек курстары үткәреү ҙә ҡаралған. Иң мөһиме, диниә назараты тарафынан ҙур гарантия бирелә. Сөнки диндарҙарҙың билдәһеҙ операторҙарға аҡса тапшырып, изге ҡалаларға бара алмай ҡалған осраҡтары байтаҡ.

Башҡортостан мосолмандары диниә назаратының хаж үҙәге аша мәккәгә барырға теләүселәр һаны әле үк күп. Бер самолет тулған да инде. Был аңлашыла, сөнки хаҡтар буйынса Башҡортостан илдә иң арзан юллама тәҡдим итә. Сәфәр ике төркөмгә бүленеп ойошторола. Эконом класын һайлаусылар Дубайға тиклем һауа юлы менән барып, һуңынан автобустарҙа барһа, стандарт төркөмөнә инеүселәр тик самолеттарҙа ғынга йөрөйәсәк. Мосолмандарҙың биш изге ғәмәленең береһен башҡарыу хәҙер күпкә еңеләйҙе, ти хаж ойоштороусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика